

Ярыштарҙы БР автомобиль спорты федерацияһы ярҙамында балтастар - Л.М. Хәйруллина шәхси предприятиеһы һәм “Татарпиллер” спорт-туристик ойошмаһы үткәрә.
Сарала Өфө, Бөрө, Чайковский, Заинский ҡалаларынан, Борай, Балтас райондарынан, Краснохолмдан 16 экипаж ҡатнаша.
Балтас данын ярыштарҙа Илдар Әҡбәров, Илшат Мирхазов экипаждары яҡлай.
Ҡатнашыусылар башта өс сәғәттә 30 километр араны йылға һәм һаҙлыҡ аша үтеп, тамашасылар алдында оҫталыҡтарын күрһәтте. Был араны үтә алмаған экипаждар 100 мәрәйҙән 70-ен юғалта. Ундайҙар ҙа булды, сөнки участка бик ауыр. Артабан экипаждар алты сәғәттә ориентирование өлөшөнә юлланды. Экстремаль нөктәләр Ҡыйғаҙы йылғаһы буйлап, Зиләзеҡул, Ҡыҙылҡул ауылдары аша үтә.
Иртәгә сәғәт иртәнге 10-да өс категория автомобиль экипаждары араһында еңеүселәр билдәләнәсәк. Ир-егеттәргә уңыштар теләйбеҙ!
Гөлнара Шәймөхәмәтова.