

Бөгөн йәйәүле туризм буйынса район фестивале үтте. Унда дүрт команда ҡатнашты. Улар туғыҙ дисциплина буйынса етеҙлектә һәм оҫталыҡта көс һынашты. Командалар буйынса Ҡышлауйылға мәктәбенең Ралит Вәлиев етәкләгән уҡыусылар командаһына етеүсе булманы. Улар беренселекте бирмәне. Икенсе урында - Асҡындың 2-се мәктәбе командаһы. Асҡындың 1-се мәктәбе уҡыусылары өсөнсө урын яуланы.
Шәхси беренселектә лә ҡышлауйылғалар һынатмай. 7-се класс уҡыусыһы Аделина Ғлимшина һәм 9-сы класс уҡыусыһы Илназ Закиров 2-се урын яуланы. Әйткәндәй, Ралит Вәлиевтың ошо командаһы республика этабында ла 6-сы урын яулағайны. Афарин, ҡышлауйылғалар!
Наилә Имаева.
Наилә Ғлимшина фотолары.