

Һуңғы бер нисә йыл эсендә скандинав йөрөүе тормошобоҙға ныҡлы ғына үтеп инде. Башта беҙ урам буйында ҡулына ике таяҡ тотоп, һәүетемсә атлап йөрөгән кешеләргә аптырабыраҡ ҡарай инек. Хәҙер инде был шөғөл – скандинав йөрөү ҡала ерендә генә түгел, ауылдарҙа ла киң таралған ял һәм спорт төрөнә әйләнеп бара. Скандинав йөрөүен үҙләштереү өсөн ниндәйҙер махсус ҡулайламалар кәрәкмәй, ике таяҡ булһа – шул еткән.
Бөгөн Балтас районы Иҫке Балтас ауылы Һабантуй майҙанында Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы айҡанлы ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында скандинав йөрөүе буйынса ярыш уҙҙы. Унда ауыл биләмәһе һәм ойошма-предприятие хеҙмәткәрҙәре командалары ҡатнашты. Һәммәһе лә билдәләнгән араны үтте. Еңеүселәргә бүләктәр тапшырылды. Ярышҡа килгән һәр ҡатнашыусыны ҡотлайбыҙ.
Гөлназ Ғәлләмова.