Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Спорт
31 Август 2021, 07:15

Өфөлә Токиолағы Паралимпиада еңеүселәрен һәм призёрҙарын ҡаршы алдылар

31 авгусҡа ҡарай төндә Токиола4ы Паралимпия уйындары – 2020 триумфаторҙары Өфөгә ҡайтты.

Өфөлә Токиолағы Паралимпиада еңеүселәрен һәм призёрҙарын ҡаршы алдыларӨфөлә Токиолағы Паралимпиада еңеүселәрен һәм призёрҙарын ҡаршы алдылар
Өфөлә Токиолағы Паралимпиада еңеүселәрен һәм призёрҙарын ҡаршы алдылар

Республиканың спорт министры Руслан Хәбибов, спортсыларҙың туғандары, дуҫтары, коллегалары һәм журналистар өҫтәл теннисы дисциплинаһында алтын миҙал яулаған Елена Прокофьеваны, А категорияһында фехтование буйынса бронза призёр Никита Нагаевты, Башҡортостандан Паралимпиадала ҡатнашҡан Альберт Камаловты ҡаршы алды.

Өфө аэропортында спортсыларҙы йылы ҡабул иттеләр һәм уларға сәскә гөлләмәһе тапшырҙылар. Шуны билдәләп үтәйек: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров паралимпиясыларҙы тантаналы рәүештә ҡаршы алырға ҡушҡайны.

 

https://www.bashinform.ru/news/1637134-v-ufe-vstretili-pobediteley-i-prizyerov-paralimpiady-v-tokio-/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Өфөлә Токиолағы Паралимпиада еңеүселәрен һәм призёрҙарын ҡаршы алдылар
Өфөлә Токиолағы Паралимпиада еңеүселәрен һәм призёрҙарын ҡаршы алдылар
Автор:
Читайте нас