Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Июль 2021, 00:09

Афарин, Алһыу! Артабан да уңыштар!

Башҡортостандың Илеш районы ҡыҙы Алһыу Миназева Токиолағы Олимпия уйындарында ишеү слаломы буйынса киләһе этапҡа үтте.

Афарин, Алһыу! Артабан да уңыштар!
Афарин, Алһыу! Артабан да уңыштар!

Башҡортостандың Илеш районы ҡыҙы Алһыу Миназева Токиолағы Олимпия уйындарында ишеү слаломы буйынса киләһе этапҡа үтте.

Спортсыбыҙ – турнирҙың ярым финалға сыҡҡан 24 спортсыһы араһында Ул әле квалификацияла – 18-се урында.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Алһыу – Илеш районының Илеш ауылы ҡыҙы. Ишкәкле слалом менән 2011 йылдың майында шөғөлләнә башлаған. Республика байдаркаларҙа һәм каноэла ишеү буйынса Олимпия резервы мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Беренсе тренерҙары – Валентина Егорова, Николай Волков. Ул Башҡортостан һәм Мәскәү өсөн сығыш яһай.

Алһыу был ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн 2019 йылдағы донъя чемпионатында һайлап алынғайны. Ул каяк һәм каноэ дисциплиналарында сығыш яһаясаҡ. “Биш-һигеҙ йыл элек Олимпия уйындарында ҡатнашыу минең өсөн тормошҡа ашмаҫ хыял кеүек ине. Был уңышым нигеҙендә, әлбиттә, көсөргәнешле хеҙмәт, өҙлөкһөҙ күнекмәләр, тренерҙарымдың, миңә төрлө яҡлап булышлыҡ иткән кешеләрҙең ярҙамы ята", - тип белдергән яҡташыбыҙ “Каякер.ру” сайтына биргән интервьюһында.

Ир-егеттәр араһындағы ярыштарға килгәндә, Рәсәйҙән Павел Эйгель киләүе раундҡа үтә алманы.

Фото: sportkp.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Афарин, Алһыу! Артабан да уңыштар!
Афарин, Алһыу! Артабан да уңыштар!
Автор:
Читайте нас: