Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәтлелек
6 Октябрь 2022, 11:18

«Ҡулыбыҙҙан килгәнсә булышайыҡ»

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Башҡортостан Республикаһы Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы «Йөрәк йылыһы» акцияһына старт биргәйне.

«Ҡулыбыҙҙан килгәнсә булышайыҡ»
«Ҡулыбыҙҙан килгәнсә булышайыҡ»

 Уның маҡсаты — хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға мөмкин тиклем ярҙам күрһәтеү, уларҙы көнкүреш кәрәк-яраҡтары менән тәьмин итеү, йөрәк йылыһын өләшеү. Акцияға Түбән Һикеяҙ ауылында йәшәүсе Хәсәновтар ғаиләһе лә ҙур теләк менән ҡушылды.
Зимфира һәм Фидүс Хәсәновтар бер-береһенә терәк-таяныс булып, тырышып донъя көтә. Зимфира Мәжит ҡыҙы 59 йәштә, хаҡлы ялда, ауыл Советында кассир булып эшләгән. Фидүс Рәдиф улы ла хаҡлы ялда, Себер яҡтарында вахта ысулы менән эшләп йөрөй. Тырыш ғаилә бер ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Улдарының, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикле. Ҡыҙҙары Гөлназ кейәүҙә, ике ҡыҙ тәрбиәләй.
Уңған кеше бар яҡҡа ла өлгөрә. Хәсәновтар ҡура тултырып мал ҡарай, ҡош-ҡорт үрсетә, йәйен ихаталарын матур гөл-сәскәләр йәмләй. Тик ултырырға яратмаған хужабикә ҡул эшенә лә бик оҫта. Үҙҙәре һарыҡтар ҡарағанлыҡтан, Зимфира Мәжит ҡыҙы йон иләп, ғаиләһенә ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләй. Яҡын кешеләрен яратып, ана шулай аяҡ-ҡулдарын гел йылыла тота ул.
«Йөрәк йылыһы» акцияһы тураһында Зимфира Мәжит ҡыҙы ауылдаштарынан ишетә. Тормош иптәше лә изге теләгенә ҡаршы килмәй. «Ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙамлашайҡ,” тип, әҙер бәйләнгән туғыҙ пар ойоҡбаш, бер пар бирсәткә, ике пар бейәләйенә иҙге теләктәрен дә ҡушып, гуманитар ярҙам йыйыу пунктына илтеп тапшыра. “Әйберҙәребеҙ һалдаттарыбыҙға барып етеп, аяҡ-ҡулдарын йылытһын, көс-ҡеүәт бирһен. Был афәттәр тиҙерәк бөтөп, илебеҙ, күгебеҙ тынысланһын ине”, — ти Фидүс Рәдиф улы һәм киләсәктә лә ярҙамлашып торорға ниәттәрен белдерә.

 


Зинфира Нәбиуллина.

«Ҡулыбыҙҙан килгәнсә булышайыҡ»
«Ҡулыбыҙҙан килгәнсә булышайыҡ»
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: