РФ Дәүләт Думаһының бер төркөм депутаты күп балалы ғаиләләргә автомобиль алыу өсөн бер миллион һумға торошло сертификат биреү тураһында тәҡдим әҙерләгән. Был башланғыс дүрт һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүселәргә ҡағыла.
Әйткәндәй, бындай ярҙам ҡайһы бер төбәктә бар һәм бик яҡшы һөҙөмтәле.
Ошо турала проектты Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустинға ебәргәндәр. Инициатива авторҙары белдереүенсә, ғаиләләр сертификат буйынса тик үҙебеҙҙә етештерелгән машинаны алырға тейеш.
Был тәҡдимдең артабанғы "яҙмышы" нисек булыр? Яңылыҡтарҙы күҙәтеп барырбыҙ.
Фото: Известия.ру