Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
21 Февраль 2023, 14:53

Яңы төбәктәрҙе тергеҙәсәкбеҙ

Владимир Путин белдереүенсә, беҙҙең күп милләтле халҡыбыҙҙың махсус хәрби операцияға ҡарата принципиаль ҡарашы бар.

Яңы төбәктәрҙе тергеҙәсәкбеҙ
Яңы төбәктәрҙе тергеҙәсәкбеҙ

Әлеге ваҡытта Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе дауам итә. Владимир Путин ни өсөн Рәсәйҙең Украинала махсус хәрби операция башлауын аңлатты.

– Украина бронетехникаһына националистик Германия вермахтының таныу билдәләре төшөрөлә. Неонацистар үҙҙәрен кемдең тоҡомдары тип һанағандарын йәшермәй. Ғәжәп, Көнбайышта быны бер кем дә күрмәй. Улар Рәсәйгә ҡаршы һуғышта кемгә ставка яһарға кәрәклегенә төкөрөп бирә, – тине Владимир Путин. – Көнбайыш элиталары үҙҙәренең маҡсатын йәшермәй: Рәсәйҙе стратегик еңеү. Улар локаль конфликтты глобаль ҡаршылыҡ фазаһына күсерергә ниәтләй. Беҙ быны яҡшы аңлайбыҙ һәм быға тейешенсә иғтибар итәсәкбеҙ.

Владимир Путин белдереүенсә, беҙҙең күп милләтле халҡыбыҙҙың махсус хәрби операцияға ҡарата принципиаль ҡарашы бар. "Беҙҙең аҙымдарҙың маҡсатын һәм мәғәнәһен аңланылар. Донбассты яҡлау буйынса эшмәкәрлегебеҙҙе аңланылар. Ошо теләктәшлектә беҙҙең илһөйәрлек, патриотизм күренә лә инде", - тине ул.

– Рәсәйҙең яңы субъекттарын социаль-иҡтисади тергеҙеү һәм үҫтереү буйынса күләмле программаны үҫтерә башланыҡ һәм үҫтерәсәкбеҙ. Һүҙ шул иҫәптән ҡабаттан Рәсәйҙең эске диңгеҙенә әйләнгән Аҙау диңгеҙе предприятиеларын һәм эш урындарын, порттарын тергеҙеү, бөтә Рәсәй менән ышаныслы ҡоро ер элемтәһе алған, Ҡырымдағы кеүек яңы заманса юлдар төҙөү хаҡында бара, - тине Президент. 

Фото: smotrim.ru

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/2023-02-21/ya-y-t-b-kt-r-e-terge-s-kbe-3151775
Яңы төбәктәрҙе тергеҙәсәкбеҙ
Яңы төбәктәрҙе тергеҙәсәкбеҙ
Автор:
Читайте нас: