Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
6 Июнь 2022, 14:20

Законға үҙгәрештәр индерелде

Миҙал алыусылар күбәйәсәк.

Законға үҙгәрештәр индерелде
Законға үҙгәрештәр индерелде

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай «Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары һәм маҡтаулы исемдәре тураһында»ғы Законға үҙгәрештәр индерҙе – «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы менән бүләкләүгә күрһәтелгән кешеләр категорияһы киңәйтелде.

Бөтә үҙгәреште иҫәпкә алып, наградаға тәҡдим итеүгә дүрт граждан категорияһы беркетелә:

1) Башҡортостан Республикаһына дан килтергән, кеше ғүмерен ҡотҡарыу, хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә законлылыҡты, хоҡуҡ тәртибен һәм хәүефһеҙлекте һаҡлау буйынса батырлыҡ күрһәткән йәки ғилми, ижади, спорттағы йәки башҡа ижтимағи мөһим эшмәкәрлектә айырым ҡаҙаныштарға эйә булған балалар тәрбиәләгән ата-әсәләр, опекундар, попечителдәр;

2) өс һәм унан күберәк инвалид баланы уллыҡҡа алыусылар;

3) ете һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған баланы һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ғаиләгә тәрбиәгә алған опекундар, попечителдәр (шул иҫәптән тәрбиәгә алған ата-әсәләр, патронат тәрбиәселәр);

4) ете һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ата-әсәләр.

«Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы Башҡортостанда 2014 йылда булдырылған. Урындағы үҙидара органдары тәҡдиме менән республикабыҙҙа йыл һайын ун ғаилә ошо юғары наградаға лайыҡ була.

Законға республика Башлығы ҡул ҡуйған һәм ул баҫылып сыҡҡан. Рәсми баҫылып сыҡҡандан һуң ун көн үткәс, үҙ көсөнә инә.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Законға үҙгәрештәр индерелде
Законға үҙгәрештәр индерелде
Автор:
Читайте нас: