Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
30 Март 2022, 14:34

Һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләләре республика ярҙамын да аласаҡ

Радий Хәбировтың тәҡдиме буйынса, уларға ике миллион һум күләмендә аҡса түләнәсәк.   

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында ҡатнашты һәм хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә социаль ярҙам күрһәтеүҙең өҫтәмә саралары тураһында закон сығарыу башланғысы менән сығыш яһаны.

– Беҙ һеҙҙең менән мөһим тарихи ваҡиғаларҙың шаһиты булып торабыҙ. Еңеүҙән һуң 77 йыл үткәс илебеҙ йәнә нацизмға ҡаршы көрәшә. Әлеге ваҡытта Рәсәй яугирҙәре Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларын азат итеү өсөн батырҙарса алыша. Әйткәндәй, теүәл ике йыл элек Рәсәй Федерацияһы Президенты указы менән Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында был өлкәләрҙе азат иткән генерал Шайморатовҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде. Үкенескә күрә, республикабыҙҙа тыуып үҫкәндәр араһында юғалтыуҙар бар. Беҙ уларҙың батырлығын һәр саҡ иҫтә тотасаҡбыҙ. Һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алыуығыҙҙы һорайым, – тип башланы ул сығышын.

Барыһы ла бер минутҡа тын ҡалып, һәләк булған егеттәребеҙҙе иҫләне.

Федераль кимәлдә хәрби хеҙмәткәрҙәргә, һәләк булған геройҙарҙың ғаилә ағзаларына бик етди финанс һәм матди булмаған ярҙам саралары күрелгән. Республика ла үҙ яғынан уларға ярҙам итергә тейеш, тине Радий Хәбиров.

– Бөгөн мин “Һәләк булған (мәрхүм) хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаилә ағзаларына өҫтәмә ярҙам саралары тураһында”ғы закон проектын индерәм. Һүҙ махсус хәрби операция барышында бурысын үтәгәндә һәләк булған (вафат булған) хәрби хеҙмәткәрҙең һәр ғаилә ағзаһына тигеҙ өлөштә республика ҡаҙнаһы иҫәбенә 2 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам хаҡында бара. Һеҙ был саралар менән килешерһегеҙ, тип уйлайым. Бөгөн ошо законды тикшереүегеҙҙе һәм ризалашҡан осраҡта уны бөгөндән үк ҡабул итеүегеҙҙе һорайым. Геройҙар һәм уларҙың ғаиләләре тураһында хәстәрлек күреү – беҙҙең бурысыбыҙ. Һәм беҙ уны үтәйәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тейешле түләүҙәр федераль кимәлдә билдәләнде лә инде. Һүҙ страховка менән тәьмин итеү һәм 7,4 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған пособиелар хаҡында бара. Бынан тыш, Рәсәй Дәүләт Думаһы хәрби махсус операцияла ҡатнашыусыларҙы хәрби хәрәкәт ветерандары тип таныу тураһында закон ҡабул итте.

Белешмә:

Закон проектына ярашлы, 2 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү формаһында өҫтәмә социаль ярҙам сараһы Башҡортостанда йәшәгән урыны булған һәләк булған (мәрхүм) хәрбиҙәрҙең ғаилә ағзаларына, шулай уҡ республикала урынлашҡан хәрби частарҙың урынлашҡан урыны буйынса теркәүгә эйә булған һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаилә ағзаларына билдәләнә.

Һәләк булған (мәрхүм) хәрби хеҙмәткәрҙең ғаилә ағзаларына уның менән теркәлгән никахта торған һәләк булған (үлгән) көнөнә ҡарата тормош иптәше; ата-әсәһе; олатаһы һәм өләсәһе, әгәр улар һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙе өс йәшенән дә кәм булмаған осорҙа тәрбиәләһә; һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙе кәмендә биш йыл тәрбиәләгән үгәй әсәһе йәки үгәй атаһы, шулай уҡ бәлиғ булмаған балалары, инвалид булған йәки уҡыуын дауам иткән 18 йәштән өлкән балалары инә.

Ултырыштан һуң Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә был турала пост та ҡалдырҙы.

“Беҙ һеҙҙең менән мөһим тарихи ваҡиғаларҙың шаһиты булып торабыҙ. Еңеүҙән һуң 77 йыл үткәс илебеҙ йәнә нацизмға ҡаршы көрәшә. Әлеге ваҡытта Рәсәй яугирҙәре Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларын азат итеү өсөн батырҙарса көрәшә. Рәсәй суверенитетын һәм именлеген һаҡлай.

Үкенескә күрә, республикабыҙҙа тыуып үҫкәндәр араһында юғалтыуҙар бар. Федераль кимәлдә хәрби хеҙмәткәрҙәргә, һәләк булған геройҙарҙың ғаилә ағзаларына финанс һәм матди булмаған ярҙам саралары күрелгән.

Республика ла үҙ яғынан уларға ярҙам итергә тейеш тип иҫәпләйем. Бөгөн беҙ махсус хәрби операция барышында бурыстарын үтәгәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә 2 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам күрһәтергә ҡарар иттек.

Геройҙар һәм уларҙың ғаиләләре хаҡында хәстәрлек күреү - беҙҙең бурысыбыҙ, һәм беҙ уны үтәйәсәкбеҙ”, – тип яҙҙы ул.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас: