Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
7 Февраль 2022, 14:35

Радий Хәбиров аҡһаҡалыбыҙҙы ҡотланы

«Республикабыҙ башында ошондай етәксенең тороуы уның артабанғы үҫешен хәл иткән».

Радий Хәбиров аҡһаҡалыбыҙҙы ҡотланы
Радий Хәбиров аҡһаҡалыбыҙҙы ҡотланы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөнгө оператив кәңәшмәлә республикабыҙҙың беренсе Президенты, аҡһаҡалыбыҙ Мортаза Рәхимовты ҡотланы.

Республика етәксеһе Мортаза Ғөбәйҙулла улын бөгөн таң менән шәхсән ҡотлап, изге теләктәрен еткерергә өлгөргән.

«Башҡортостандың аяҡҡа баҫыу дәүере алыҫлашҡан һайын мин уның ни тиклем ҡатмарлы һәм яуаплы осор булғанлығын аңлайым. Республика башында ошондай етәксенең тороуы уның артабанғы үҫешен хәл иткән. Мортаза Ғөбәйҙулла улына иң йылы һәм изге теләктәребеҙ, иң мөһиме: ныҡлы һаулыҡ», - тине Радий Хәбиров.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Автор:
Читайте нас: