Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
29 Сентябрь 2021, 09:20

Радий Хәбиров Ҡаҙағстан Президенты менән осрашты

– Беҙ тармаҡ бәйләнештәрен, сәнәғәт кооперацияһын киңәйтергә, бергәләп юғары сифатлы тауарҙар етештерергә әҙербеҙ. Туғандаш ҡаҙаҡ халҡының Башҡортостан тураһында күберәк белеүен теләйбеҙ.Тулы текст сайтта:

Радий Хәбиров Ҡаҙағстан Президенты менән осрашты
Радий Хәбиров Ҡаҙағстан Президенты менән осрашты

Кисә, 28 сентябрҙә, Нур-Солтанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Ҡаҙағстан Президенты Ҡасым-Жомарт Тоҡаевтың эш осрашыуы булды.

Дәүләт башлығы белдереүенсә, Рәсәй менән стратегик хеҙмәттәшлек ике илдең төбәк-ара мөнәсәбәттәренә лә ыңғай йоғонто яһай. Коронавирус пандемияһы дауам итеүгә ҡарамаҫтан, Ҡаҙағстан менән Башҡортостандың күп яҡлы бәйләнештәре йылдам үҫешә, йөкмәткеһе лә тулылана.

– Хеҙмәттәшлек итеүгә ике яҡтан да ҡыҙыҡһыныу бар. Беҙ тармаҡ бәйләнештәрен, сәнәғәт кооперацияһын киңәйтергә, бергәләп юғары сифатлы тауарҙар етештерергә әҙербеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Туғандаш ҡаҙаҡ халҡының Башҡортостан тураһында күберәк белеүен теләйбеҙ.

Һөйләшеү барышында уртаҡ предприятиелар һаны артыуы, нефть химияһы, ауыл хужалығы, металлургия, еңел сәнәғәт һәм башҡа өлкәләрҙә инвестиция проекттары уңышлы тормошҡа ашырылыуы билдәләнде.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас: