Ҡариҙел районында заманса ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы төҙөләсәк. Был эш “Ғаилә” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Төҙөүселәр бинаны ҡалҡытҡан, һыу, электр үткәргән. Яңы учреждение тейешле барлыҡ талаптарға, стандарттарға ярашлы буласаҡ, сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн уны заманса ҡорамалдар менән йыһазландырасаҡтар.
Дөйөм күрһәткестәргә килгәндә, Башҡортостанда әле 39 ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы эшләй. Ауылдарҙа, бәләкәй ҡалаларҙа тағы ла ошондай 12 учреждение асыу планлаштырыла.
“Ғаилә” милли проекты балалы атай-әсәйҙәргә ярҙам итеү маҡсатындағы барлыҡ сараларҙы, шул иҫәптән әсәлек капиталы түләү, ишле ғаиләләрҙе дәртләндереү түләүҙәре менән тәьмин итеү кеүек эштәрҙе үҙ эсенә ала. Тотош ил буйынса әүҙем оҙон ғүмерлелек тәжрибәләре тормошҡа ашырыла. “Пушкин картаһы” программаһы дауам итә, ул 14 – 22 йәшлектәргә мәҙәниәт учреждениеларына бушлай йөрөү мөмкинлеген бирә.
Билдәле булыуынса, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары нигеҙендә 2025 йыл башынан алып тормошҡа ашырыла.
Фото: bash.news