Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
31 Июль , 15:10

Ҡан баҫымы күтәреләме? Укроп һыуы эсеп ҡарағыҙ!

Ашҡаҙан-эсәк юлдарындағы, бәүел ҡыуығындағы ауыртыныуҙарҙан да ҡотолорһоғоҙ. Был төнәтмә хатта сабыйҙарға ла зыянһыҙ. Ябай рецебы - яҙмала.

Ҡан баҫымы күтәреләме? Укроп һыуы эсеп ҡарағыҙ!
Ҡан баҫымы күтәреләме? Укроп һыуы эсеп ҡарағыҙ!

Баҡсала сүп үләне кеүек үҫкән әрһеҙ укроптың файҙаһы бик ҙур. Мәҫәлән, ул эстә йыйылған, шул сәбәпле ауыртыныу тыуҙырған газдарҙы һәйбәт ҡыуа. Түбәндәге рецепт буйынса даими рәүештә укроп һыуы эсһәгеҙ, ашҡаҙан-эсәк юлдарындағы, бәүел ҡыуығындағы ауыртыныуҙарҙан ҡотолорһоғоҙ. 

Был төнәтмә хатта бәләкәй сабыйҙарға ла зыянһыҙ, тик уларға укроп һыуын көслө итеп эшләмәгеҙ, аҡһыл-һары булһа - шул етә.

Укроп һыуының тағы ла бер файҙалы сифаты – даими эскән осраҡта ул юғары ҡан баҫымын нормала тоторға булышлыҡ итә.

Шулай итеп, ябай ғына, әммә файҙалы рецепт: сәйнүккә бер аш ҡалағы укроп орлоғо һалып, ярты литр ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. Таҫтамал менән урап, 30-40 минут тотҡандан һуң төнәтмә әҙер. Уны көн дауамында өсәр йотомдан ете-һигеҙ тапҡыр эсегеҙ. Ас ҡарынға һәм ныҡ итеп ашағандан һуң эсергә кәңәш ителмәй. Иң яҡшыһы – ашау барышында һәм араһында ҡабул итеү. Бер аҙна эскәндән һуң мотлаҡ һөҙөмтә күренер. Артабан айына ике-өс көн профилактика өсөн эсеп торорға мөмкин.

Укроп орлоғон кипкән килеш йыйып алһағыҙ, ул бик оҙаҡ үҙенең файҙалы сифаттарын юғалтмай һаҡлана. Ә инде йәйгеһен. орлоғо өлгөргәнгә тиклем, төнәтмә яһау өсөн йәшел массаһын да ҡулланырға мөмкин. 

Автор фотоһы. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:
Читайте нас: