Шундай кешеләр була, улар нимәгә тотонһа ла, аҙағына еткерә. Улай ғына ла түгел, эшен шул тиклем матурлыҡ, зауыҡ менән башҡара, күреп күҙҙәр ҡыуана, күңел рәхәтлек кисерә. Борайҙа йәшәүсе Гүзәл Шәймиева ла шундайҙарҙан. Уның исеме генә Гүзәл түгел, хеҙмәте лә, ғәмәлдәре лә бик матур. Исеменә күрә есеме, тиҙәр ундайҙар тураһында.
Гүзәл Назиф ҡыҙы Шәймиева Борай үҙәк район дауаханаһында — табип-нарколог-психиатр, Иҫке Балтас дауаханаһында нарколог, балалар психиатры булып эшләй. Хеҙмәте еңелдәрҙән түгел уның. Үҙе үк әйткәнсә, ауырыуҙар уның эргәһенә тән яраһы менән түгел, күңел яраһы менән килә. Кеше балаһының башында ниҙәр бар икәнлеген белеп ҡара хәҙер. Ҡайһы саҡта дарыуҙар түгел, табиптың ишетә-тыңлай белеүе, аңлауы, дөрөҫ кәңәше нығыраҡ ярҙам итә.
Пермь дәүләт медицина университетын педиатрия белгеслеге буйынса тамамлаған Гүзәл Назиф ҡыҙына психиатрия йүнәлеше буйынса китергә, белемен ошо өлкәлә камиллаштырырға тәҡдим яһайҙар. Тәҡдимде лә бит медицинала үҙ урынын тапҡан, абруйлы табиптар эшләй. Был йүнәлеште һайлап, яңылышмай ул. Мәҫәлән, бына мин, медицинаға бер ҡатнашлығым да булмаған кеше, уны тап психиатр итеп күҙаллайым. Ҡарап тороуға уҡ тыныслыҡ, ниндәйҙер ышаныс бөркөлә унан.
Ә бит кескәй Гүзәл бер ҙә табип булыу тураһында хыялланмаған.
— Әсәйем Зилә Рәис ҡыҙы һөнәре буйынса ла, бар булмышы менән дә — ашнаҡсы. Ғүмере буйына үҙенең эшен яратып башҡарҙы. Атайым Назиф Хәниф улы хәрби кеше ине, янғын һүндереү инспекторы булып хеҙмәт итте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайымдың мәңгелеккә китеүенә быйыл 25 йыл булды. Ҡыҫҡа ваҡыт түгел, әммә ул һаман беҙҙең янда кеүек, бик һағындыра. Атайым китаптар уҡырға ярата ине. Шуға беҙҙең өйҙә китап күп булды. Мин бала саҡтан уҡырға яраттым, бигерәк тә “Башҡорт халыҡ әкиәттәре” тип аталған йыйынтыҡты хәтерләйем. Шуның өсөн мин үҙемде йә уҡытыусы, йә китапханасы итеп күҙ алдына килтерә инем. Өлкән кластарҙа уҡыған саҡта эколог булырға хыялландым, йыраҡ, тәрән океанға барырмын да, уның таҙалығын һаҡлармын, тип уйлай инем. Тәбиғәтте бик яратам бит мин. Үҙемдең тыуған яғым Балтас районы болондарынан әле лә еләген, бәшмәген йыйып ҡайтһам, үҙемдә көс күбәйеүен һиҙәм. Табип һөнәрен һайларға миңә әсәйем кәңәш итте. Әсәй — минең өсөн иң яҡын, иң ҡәҙерле кеше, беренсе яҡлаусым (йәштән тол ҡалып, ҡустым менән икебеҙҙе үҙ көсө менән үҫтергән өсөн генә лә түгел), кәңәшсем. Әсә кеше балаһын нығыраҡ белә һәм аңлай шул. Табип булыуыма бер генә лә үкенмәнем, киреһенсә, дөрөҫ һөнәр һайлағанмын, — ти Гүзәл Назиф ҡыҙы.
Әлбиттә, хеҙмәтеңде яратһаң, эшләүе ауыр ҙа, ялҡытҡыс та түгел. Гүзәл Назиф ҡыҙы үҙе лә: “Ни эшләһәң дә, яратып башҡарырға кәрәк. Күңел биреп башҡарылғаны кәрәк өсөн генә үтәлгәненән айырылып тора», — ти.
Мин уның зирәк аҡыллы булыуына һоҡланам. Йәш, матур, һәләтле, оҫта ҡуллы, булдыҡлы булыуына өҫтәп бик аҡыллы. Кешегә һәләтлелек олоғайыу менән килә, тигәндәре менән һис кенә лә килешмәйем. Барҙыр ул, һис шикһеҙ, шундай кешеләр: ғүмер көҙөнә аяҡ баҫҡанда зирәклекте лә, аҡылды ла туплаған. Йәш саҡ — дыуамал саҡ, тигәндәр ҙә байтаҡ. Быларҙың береһе лә яҙмам геройына тура килмәй. Быға ул ошолай яуап бирә:
— Әсәй гел беҙгә: «Кто рано встает, тому Бог подает» тигән рус халыҡ мәҡәлен әйтеп үҫтерҙе. Мин хәҙер уны ҡыҙым һәм улыма әйтәм. Ысынлап та, кем йоҡоһонан ҡояш менән бергә тора, ул бик күп нәмәгә өлгәшә. Беҙгә ғүмерҙән тыш иң ҡәҙерлеһе — ваҡыт бирелгән. Бына шул ваҡыттың ҡәҙерен белергә өйрәнһәң, теләгән барлыҡ хыялдарыңа, ҡорған пландарыңа ирешәһең. Ваҡытты бушҡа, юҡҡа сарыф итмәҫкә кәрәк. Мин иртә торам. Иртә торған кешеләрҙе яратам.
Ғөмүмән, кешеләрҙе ярата Гүзәл Шәймиева. Һөйләшергә, аралашырға әүәҫ. Аңлай ҙа, хәлеңә лә инә белә. Ә был сифат күптәргә бирелмәй. Кешеләрҙе яратҡанға эшен яраталыр, эшен яратҡанға — кешеләрҙе. Ә һөнәренә, ысынлап та, бар күңел йылыһын һала. Район үҙәк дауаханаһында үткән төрлө сараларҙа, ветерандарҙы саҡырһындармы, ял минуттары ойошторһондармы, Бөтә донъя һаулыҡ көндәрендә коллектив менән саф һауала физкультура яһаһындармы, төрлө смотр-конкурстарҙа ҡатнашһындармы, — ул һәр саҡ үҙәктә: йә алып барыусы, йә ойоштороусы, йә биҙәүсе. Һөнәре буйынса кәңәштәре менән район гәзите биттәрендә мәҡәләләр ҙә баҫтыра, мәктәптәрҙә үткән ата-әсәләр йыйылыштарында, район буйынса уҙҙырылған төрлө сараларҙа сығыш яһай.
— Йәмәғәт эшендә ҡатнашыу атайымдан килгәндер. Ул да бит янғын хәүефһеҙлеге буйынса төрлө эш урындарында, коллективтар алдында сығыш яһаған, профилактик эш алып барған, — тип ҡәҙерле кешеһен иҫкә ала Гүзәл Назиф ҡыҙы.
Ҡайһы саҡта арымаймы икән, тип әйткәндәрен дә ишеткәнем бар уның тураһында. Арый, әлбиттә. Әммә кешеләр менән аралашыу үҙе бер рәхәтлек бирә бит ул. Гүзәл Назиф ҡыҙы менән дә шулайҙыр, шигем юҡ. Һәм уның бөтә нәмәгә лә өлгөрөүенең тағы бер сере бар.
— Тәртип, — ти Гүзәл Назиф ҡыҙы. — Бары тик тәртип кәрәк кешегә. Тәртип булһа, бөтә нәмәгә лә ирешеп була.
Исеменә күрә — есеме, тип мәҡәләм башында юҡҡа ғына яҙманым. Гүзәл ханым матурлыҡ тыуҙырырға ярата. Уның шөғөлдәре лә күп. Ул сәскәләр, гөлдәр үҫтерергә әүәҫ.
Өй эсен береһенән-береһе матур орхидеялар биҙәһә, баҡсаһындағыларын һанап бөтөрөрлөк түгел. Унда ниндәй төҫтәгеләре, ниндәй сорттағы, исемлеләре генә юҡ. Ул сәскәләрҙе үҫтерер өсөн ротангтан кашполар, һауыттарҙы ла үҙ ҡулдары менән үрә. Кашполар күңелгә ләззәт кенә биреп ҡалмай, ғаилә бюджетына бынамын тигән килем дә була. Унан ул китап уҡырға ярата. Донъя әҙәбиәте классиктарының китаптарынан тыш, хәҙерге заман авторҙарының әҫәрҙәрен лә уҡый, өҫтәлендә психология, психиатрия өлкәһенә ҡағылышлылары ла бар. Тимәк, үҙенең һөнәри белемен арттырыу өҫтөндә лә эш алып бара. Тағы ла ашарға әҙерләргә, ғаиләһен яңы рецептар буйынса бешерелгән тәмле-татлы ҡамыр аштары менән һыйларға ярата, ризыҡтарҙың файҙалы булғандарына өҫтөнлөк бирә. Ғөмүмән алғанда, сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара. Тағы бер яратҡан шөғөлө бар уның — ғаилә менән сәйәхәт итеү.
— Сәйәхәт итеү — ул төрлө ерҙәр күреү генә түгел. Иң беренсе, төрлө милләттәрҙең йәшәйеше, ризыҡтары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышыу. Беҙ сит илдәргә лә, Рәсәй буйлап та сәйәхәт итәбеҙ. Үҙебеҙҙең Башҡортостаныбыҙҙа ла һоҡланып ҡайтырлыҡ урындар күп. Һәм шул яңы ерҙәр, яңы халыҡтар, яңы кешеләр менән аралашып, үҙ милләтебеҙҙе, үҙ телебеҙҙе нығыраҡ яратырға өйрәнәбеҙ, — ти геройым.
— Хыялығыҙ бармы? — тип һорайым һөйләшеү барышында. Һәм был һорауҙы биреп, геройымды бер аҙ аптыратып та ҡуям.
— Иң ауыр һорау, — тине ул. — Элегрәк, бер нисә йылдар элек, ошо һорауҙы бирһәләр, мин бер аптырауһыҙ былай тип яуап бирер инем: ысын кит күреү, катерҙа йөрөү, лайнерҙа океанды кисеү. Әлбиттә, һәр йәш кеше шулай хыялланалыр ҙа. Бөгөн мин, ир ҡатыны, ике бала әсәһе булараҡ, бөтөнләй икенсе ҡиммәттәр тураһында уйлайым. Үҙ көсөбөҙ менән матур итеп өй һалдыҡ. Мин уның һәр мөйөшөн яратам. Шул өйөбөҙ әлегеләй яҡты, йылы булһын өсөн һалған көсөбөҙ етһен ине тим. Мин балаларымдың беҙҙән белемлерәк, уңышлыраҡ, бәхетлерәк булыуын, яҡшыраҡ тормош көтөүен теләйем. Үҙебеҙ яҡшы кеше булып, рәнйештәрҙе булдырмай йәшәй алһаҡ, үҙебеҙҙән һуң яҡшы ғәмәлдәр, яҡты исем ҡалдыра алһаҡ, бына шунда донъяға юҡҡа килмәгән булабыҙ. Бына былар минең хыялдарым тип әйтә алам.
Был һүҙҙәр менән килешмәй мөмкин түгел. Иншаллаһ, Гүзәл Назиф ҡыҙының изге хыялдары, яҡшы теләктәре тормошҡа ашыр. Уның бит йәнәшәһендә һәр ғәмәлен, уйҙарын, ҡорған пландарын, нимә теләгәнен аңлап йәшәгән ире Илдар Флер улы, төҫкә атаһына һыу тамсыһылай оҡшаған (ә ҡыҙҙар атайға оҡшаһа бәхетле була, тиҙәр халыҡта) ҡыҙы Эмма, әсәһе кеүек теремек, тынғыһыҙ улы Эмин бар. Ҡыҙына бәхеттәр теләп йәшәгән әсәһе, кәрәк саҡта терәк булырҙай, атаһы үрнәгендә хәрби һөнәр һайлаған, бөгөнгө көндә махсус хәрби операция яугиры булған (иҫән-һау булып, еңеү менән ҡайтһын) ҡустыһы бар. Һәм иң мөһиме — уның тормошто, ғаиләһен, әйләнә-тирәне, эшен һәм, ғөмүмән, кешелекте яратҡан йөрәге бар.
Венера Арысланова.
Борай районы.