Медицина училищеһын тамамлағандан һуң Зилә Тәбрис ҡыҙы өс йыл Мишкә үҙәк район дауаханаһында операция шәфҡәт туташы булып эшләй. 1983 йылда йәш белгес үҙенең ауылдашы Рәлиф Ғәлинуровҡа кейәүгә сыға һәм Уръяҙы фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләй башлай. Ул ваҡытта пункт иҫке бинала урынлашҡан була. Ауылда социаль үҙәк төҙөлгәс, пункт унда күсерелә.
Әлбиттә, эш шарттары күпкә яҡшыраҡ хәҙер, — тип һөйләй Зилә Тәбрис ҡыҙы. — Бина газ менән йылытыла, шуға йылы, ауыл биләмәһе Мишкә үҙәк район дауаханаһы менән берлектә фельдшер-акушерлыҡ пунктында тәҙрәләрҙе алмаштырҙы, косметик ремонт үткәрҙе. Бина заманса медицина аппаратураһы һәм кәрәкле йыһаздар менән тәьмин ителгән. Элек былар тураһында хыялланырға ғына мөмкин ине. Хәҙер пунктта носилка, ҡан, ҡандағы холестерин һәм глюкоза кимәлен үлсәү анализаторҙары, тонометрҙар, глюкометрҙар, ЭКГ аппараты һәм башҡалар бар. Эшлә лә эшлә генә, шуныһы борсоуға һала — халыҡ ҡартая, балалар һаны бик аҙ.
Зилә Ғәлинурова өс ауыл — Уръяҙы, Башбайбаҡ, Сабай халҡын, барлығы 250 кешене хеҙмәтләндерә. 17 йәшкә тиклем — 21 кеше, бер йәшкә тиклем — бер бала. Беҙ барған көндө фельдшер Сабай ауылы буйлап йөрөп, халыҡты флюорография үтергә барырға автобус бирелеүе тураһында хәбәр итте. Халыҡ сәләмәтлеге хаҡында ул даими хәстәр күрә.
Дөйөм алғанда, халыҡтың күп өлөшөн ололар тәшкил итә, улар даими күҙәтеүҙе, дауалауҙы талап иткән хроник сирҙәр менән ауырый. Профилактика ла бик кәрәкле эш. Шуға ла барыһына ла әйтәм: диспансерлаштырыу үтегеҙ, анализдар бирегеҙ, һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ, — ти тәжрибәле фельдшер.
Зилә Тәбрис ҡыҙының хеҙмәт стажы — 45 йыл, ул китһә, уның урынына кем килер, шулай уҡ ауылдаштарҙың һаулығын хәстәрләрме, — был турала уйлауы ла ауыр.
Рәлиф Солтан улы менән Зилә Тәбрис ҡыҙы өс бала тәрбиәләп үҫтергән, барыһына ла юғары белем алырға ярҙам иткән. Өләсәй менән олатайҙы ике ейән һәм ике ейәнсәр уңыштары менән ҡыуандыра. Өйөндә һөйөклө ҡатын, хәстәрлекле әсәй һәм өләсәй булған гүзәл затты эшендә лә һәр саҡ көтөп алалар.
Фирҙәүес Ҡадиҡова.