Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
28 Апрель , 12:23

Сирень сәскәһе майы бөтә нәмәгә лә шифа

Ул бронхит, ангина, грипп кеүек сирҙәр менән дауаланғанда бигерәк тә файҙалы. Майҙың бер нисә тамсыһын үҙегеҙ ҡулланған крем, шампунь, лосьонға тамыҙып ебәргәндә... Ә уны эшләй беләһегеҙме?    

Сирень сәскәһе майы бөтә нәмәгә лә шифа
Сирень сәскәһе майы бөтә нәмәгә лә шифа

Сирень сәскәһен дауаланыу өсөн файҙаланалар. Унан яһалған дарыу майын эшләү өсөн бер литрлыҡ банканы сирень сәскәһе менән тултырырға кәрәк. Артабан шыйыҡ майҙы 40 градусҡа тиклем йылытырға һәм сәскәнең өҫтөнә ҡойорға.

Банканы ҡапҡас менән яҡшылап ябып, ике көн ултыртырға. Аҙаҡ марля аша һөҙөп, тик майҙы ғына ҡалдырырға  кәрәк. Тағы ла майҙы ҡайнатырға һәм сирень сәскәләрен өҫтәп һалырға.

Был процедураны бер нисә тапҡыр ҡабатлағанда, хуш еҫле һәм шифалы сирень майы килеп сығасаҡ. Бронхит, ангина, грипп кеүек сирҙәр менән дауаланғанда сирень сәскәһенең майы бигерәк тә файҙалы.

Уны ингаляция эшләгәндә лә ҡулланалар. Майҙың бер нисә тамсыһын үҙегеҙ ҡулланған крем, шампунь, лосьонға тамыҙып ебәргәндә, тирә-яғығыҙҙа хуш еҫтәр таралып китер. Уның менән һыҙланған урынды ыуыу ҙур ярҙам күрһәтәсәк.

ИҒТИБАР! Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Фото: телеграм

Автор:Карима Усманова
Автор:
Читайте нас: