Райондың хаҡлы ялдағы кешеләре ҙур теләк менән сәйәхәт итә. Әлегә тиклем Өфөлә, Нефтекамала, “Изге ҡыуаҡтар” монастырында һәм Красный Ключ ҡасабаһында булдылар. Ә алты райондашыбыҙ Беларусь Республикаһына ла барып ҡайтты. Һуңынан улар ҙур ҡәнәғәтлек менән күргәндәре тураһында һөйләне. “Илһам” үҙәгендә төрлө ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса клубтар эшләй.
Мишкә 1-се лицейының ветерандар ойошмаһы рәйесе, мәғариф алдынғыһы Любовь Исадыҡова ла ошо үҙәк тураһында ҡыҙыҡһынып һөйләй:
— Беҙҙең үҙәк республикала беренсе булды, ул 2022 йылдың 22 декабрендә асылды. Тормош ололар өсөн йәнләнеп, йәмләнеп китте.
Беҙҙә скандинавия йөрөшө, өҫтәл теннисы, йөҙөү, бура һуғыу йүнәлештәре буйынса клубтар эшләй. Ижади төрҙәгеләре лә бар — “Тормош юлынан йыр менән”, бәйләү, кондитер оҫталығы һәм башҡалар. Беҙ психологтар, табиптар, полиция хеҙмәткәрҙәре менән осрашабыҙ, тренингтар үтәбеҙ, — ти Любовь Алексеевна.
Март айында Дәүләкән ауылының район Мәҙәниәт йортонда Башҡортостанда беренсе тапҡыр “Быуындар бәйләнеше. Хәтер. Ярҙам. Берҙәмлек” исеме аҫтында оло быуын аралашыу үҙәктәре фестивале үтте. Был әһәмиәтле сара Ватанды һаҡлаусылар йылына һәм Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең 80 йыллығына арналды. Унда Мишкәнән “Илһам” үҙәге командаһы ла ҡатнашты.
Шулай уҡ март аҙағында А. Паситова үткәргән “Ҡатын-ҡыҙҙар аралашыу сәғәте” сиктәрендә ҡул эше оҫталары бәйләүҙең яңы ысулы менән танышты. Үҙәк активистары А. Андриянова һәм В. Аптиева гүзәл заттарға уны үҙләштерергә ярҙам итте. Ошо уҡ клубта “Матурлыҡ ҡулды йылыта” тип исемләнгән бик йәнле байрам да уҙҙы. Алып барыусылар бейәләйҙәрҙең килеп сығышы, ниндәй ептәрҙән бәйләнеше тураһында һөйләне. Байрамға ҡул эше оҫталарының эштәренән бай күргәҙмә лә ойошторолғайны.
Аҙна һайын шишәмбелә үҙәккә шашкасылар килә. Клубты Н. Васильева етәкләй, ул үҙе район һәм республика ярыштарында бер нисә тапҡыр еңеү яулаған.
Кесаҙна һайын шахматсылар араһында ҡыҙыу уйындар үтә. Клуб рәйесе — шахмат буйынса бер нисә тапҡыр чемпион Валерий Шамаев.
Әлеге ваҡытта хаҡлы ялдағылар ҙур теләк менән бура һуғыу, йөҙөү, теннис, скандинавия йөрөшө менән шөғөлләнә. Майҙанда урынлаштырылған спорт тренажерҙары ла буш тормай.
— Мишкәлә оло быуын кешеләре өсөн аралашыу үҙәге асылғандан башлап 300-ҙән ашыу төрлө сара үткәрелгән, унда өс мең кеше ҡатнашҡан, — тип дауам итә Любовь Исадыҡова.
Күптән түгел бирелә мари тарихи-мәҙәни үҙәгендә “Тормош юлынан йыр менән” клубы асылды. Әлегә өс-дүрт дәрес кенә үтеүенә ҡарамаҫтан, музыкаль клуб мишкәләргә оҡшап та өлгөрҙө.
Махсус хәрби операция башынан уҡ райондаштар яугирҙарға маскировка селтәрҙәре үрә. Мишкә ауыл биләмәһенән генә гумконвой менән 200-ҙән ашыу селтәр ебәрелгән.
— Аҙнаһына өс көн селтәр үрергә йөрөйбөҙ. Район буйынса гумконвой өсөн күп нәмәләр йыйыла. Мейестәр ҙә эшләйҙәр, мотоциклдар ҙа йыялар, барлыҡ ауылдарҙа ла селтәрҙәр үрәләр. Бынан тыш окоп шәмдәре, браслеттар эшләйбеҙ, ҡоро паек, ҡоро душ, госпиталь өсөн урын-ер әйберҙәре йыябыҙ, — ти әңгәмәсем.
“Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” проектында ҡатнашыусылар һүҙе буйынса, үҙәк асылғас, уларҙың йәшәйеше йәнләнә, бай йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы була башлай.
Венера Әғләмова.
Мишкә районы.