Республикабыҙҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттарын төҙөү дауам итә. Районда ла медицина өлкәһенә ҙур иғтибар бирелә. “Әлеге ваҡытта Мишкә районында 32 фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм Кесе Нәкәрәк, Камай һәм Сурай ауылдарында табип амбулаториялары эшләй”, — тип һөйләй үҙәк район дауаханаһының өлкән фельдшеры Влада Яваева.
Татарбай фельдшер-акушерлыҡ пунктына уның асылыуынан башлап (2023 йылдың ғинуарында) шәфҡәт туташы Зилә Хәйҙәрова етәкселек итә. Бирегә Яңы Ҡарас һәм Татарбай ауылдарынан 295 кеше беркетелгән. Иң оло пациентҡа тиҙҙән 95 йәш тула.
— Медицина хеҙмәткәре һөнәре бик яуаплы. Һәр саҡ бәйләнештә торорға кәрәк, төрлө саҡтар була — һәр секунд, һәр минут кеше яҙмышын хәл итергә мөмкин, — ти Зилә Зиннур ҡыҙы.
Пунктҡа пациенттар үҙҙәре килә, ә бына Яңы Ҡарас ауылына тормош иптәше йәки ул булмағанда ауылдаштары алып бара.
Фельдшер билдәләүенсә, һәр көн компьютерҙа эшләү ҙә күп ваҡытты ала.
— Берҙәм мәғлүмәт системаһына мәғлүмәттәр индерергә лә кәрәк. Ҡайһы саҡ һуңға тиклем ултырырға тура килә. Заманса техника өҫтәмә ваҡыт талап итә, һәр эштә лә иң мөһиме — практика, — ти дүрт бала әсәһе булған фельдшер. Әйткәндәй, береһе уның юлын дауам иткән.
Ауылда ФАП барлыҡҡа килеү менән йәшәйеш яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе. Хәҙер һәр кешенең беренсел медицина ярҙамын ауылда ғына алыу мөмкинлеге бар.
Республика Башлығы Радий Хәбиров:
“Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһы ил Президенты ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы булышлығында һәм республика аҡсаларына 500-ләп ФАП-ты алмаштырҙыҡ, бик күп объектты ремонтланыҡ һәм төҙөнөк. Беҙҙең өсөн яңы программа — беренсел звенола башланған эште тамамлау һәм ландшафтты тулыһынса үҙгәртеү мөмкинлеге”.
Фекер...
Рушания Йыһангирова, Татарбай ауылы кешеһе:
— Ауылыбыҙҙа фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуға һөйөнөп бөтә алмайбыҙ. Район үҙәгенә поликлиникаға анализдар бирергә барырға һәм оҙон сираттарҙа баҫып торорға түгел хәҙер. Төрлө процедуралар, профилактик тикшеренеүҙәр бирелә үткәрелә. Оло быуын вәкилдәренә бигерәк тә уңайлы, барлыҡ шарттар ҙа бар. Шәфҡәт туташыбыҙ Зилә Зиннур ҡыҙын яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Һәр кешегә иғтибарлы, яғымлы, ярҙамсыл.Виктория Ишмырҙина.