Ураҙа тотоу өсөн ҡояш ҡалҡыр алдынан ике сәғәт, иртәнге намаҙ алдынан ярты сәғәт алда сәхәр ашауҙы (иртәнге ашты) тамамларға кәрәк. Унан ауыҙҙы сайҡатып, ошондай ниәт әйтелә:
«Нәүәйтү ән әсүүмә саумә шәһри рамаҙанә минәл-фәжри иләл-мәғриби хаалисан лилләәһи тәғәәләә». Мәғәнәһе: Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн, таң атҡандан башлап ҡояш байығанға тиклем ихласлыҡ менән ураҙа тоторға ниәтләнем».
Ҡайһы берҙә сәхәр ашарға йоҡлап ҡалһағыҙ, Рамаҙан айында ураҙа тоторға тип, кискеһен ниәтләп ҡуйған булһағыҙ, тотҡан ураҙағыҙ дөрөҫ була.
Көнө буйы ашау-эсеүҙән, яҡынлыҡ ҡылыуҙан тыйылып торғандан һуң, ҡояш байығас, ахшам намаҙы ваҡыты еткәс, һыу һәм хөрмә менән ауыҙ асабыҙ ҙа түбәндәге доғаны уҡыйбыҙ:
««Аллааһүммә ләкә сумту үә бикә әәмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәләә ризҡыйкә әфтәртү фәғфирлии йәә ғаффәәрү мәә ҡаддәмтү үә мәә әххәртү». Мәғәнәһе: Әй, Аллаһы, ошо ураҙамды мин Һинең өсөн генә тоттом һәм мин Һиңә генә иман килтерҙем, Һиңә тәүәккәл ҡылдым, Һинең ризығың менән ауыҙымды асам. Әй, гонаһтарҙы ғәфү итеүсе Аллаһы, инде минең элекке гонаһтарымды ла, хәҙерге гонаһтарымды ла ярлыҡа. ».
Рамаҙан айында көн һайын йәстү намаҙынан һуң, витр вәжиб намаҙы алдынан мәсеттәрҙә тәрәүих намаҙы уҡыла. Уны уҡыу ир-егеттәргә лә, ҡатын-ҡыҙҙарға ла сөннәт булып тора.
Кемдәр ураҙа тоторға тейеш түгел?
Фото: Т. АМАНОВ.