Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
28 Февраль , 11:11

Ҡариҙел дауаханаһына яңы ҡорамалдар

 Аппараттар ультратауыш тикшеренеүҙәрен үткәреү өсөн киң мөмкинлектәр асасаҡ

Ҡариҙел дауаханаһына яңы ҡорамалдар
Ҡариҙел дауаханаһына яңы ҡорамалдар

Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһына, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, ике яңы ультратауыш аппараты алынды.

 “РуСкан-60” аппараттары юғары сифатлы һүрәттәр бирергә һәләтле заманса датчиктар менән йыһазландырылған. Улар төрлө сирҙәрҙе иртә стадияла асыҡларға ярҙам итә. Яңы ҡорамалдар эске ағзаларҙағы патологик үҙгәрештәрҙе күрһәтә, теүәл диагноз ҡуйырға һәм ваҡытында дауа тәғәйенләргә ярҙам итә. Белгестәр ультратауыш аппараттарын ҡорһаҡ ятҡылығын, ҡалҡан биҙе, лимфа төйөндәре, бөйөр һәм һөт биҙҙәрен тикшереүҙә ҡуллана.

Яңы аппараттар әле  дауаханала ҡулланылған диагностика ҡорамалдарына яҡшы өҫтәмә буласаҡ һәм ультратауыш тикшеренеүҙәрен үткәреү өсөн киң мөмкинлектәр асасаҡ. Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһының баш табибы Юнир Ғәлин әйтеүенсә, заман талаптарына ярашлы ҡорамалдар пациенттарға хәүефһеҙ һәм юғары сифатлы медицина тикшереүҙәре үткәрергә ярҙам итәсәк.

Яңы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты ( нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото:https://vk.com/wall-227844372_3513 

Автор:Дина Арсланова
Автор:
Читайте нас: