Йәнтөйәк
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
29 Ноябрь , 12:17

Ололар ГТО тапшыра

Башҡортостан Республикаһында 60 йәштән өлкәнерәк граждандар өсөн физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәренә социаль заказ тормошҡа ашырыла. Уның буйынса пенсионерҙар ГТО нормативтарын ниндәй ҙә булһа айырымлыҡ билдәһенә үтәһә, физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәренә 10 мең һумға сертификат аласаҡ.

Ололар ГТО тапшыра
Ололар ГТО тапшыра

Ошо уңайҙан “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексында әлеге социаль заказ сиктәрендә 60 йәштән өлкәнерәк граждандар араһында ГТО нормативтарын тапшырыу буйынса фестиваль үтте. Сарала 70-тән артыҡ кеше ҡатнашты.
Спорт сараһын асыу тантанаһында сәләмләү һүҙе менән район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев һәм “Йәшлек” комплексы директоры Фәрит Ғәлимов сығыш яһаны һәм фестивалдә ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.
— Сәләмәт йәшәү — һаулығыңды һаҡлауға, нығытыуға йүнәлтелгән һәм бер ниндәй ҙә ҡушыу йәки бойороуҙы көтмәй, үҙенән-үҙе башҡарыла торған, күнегелгән йәшәү рәүеше ул. Әлеге сарала дәррәү ҡатнашыуығыҙға шатмын. Һеҙ бик әүҙем, бер саранан да ситтә ҡалмайһығыҙ. Киләсәктә лә шулай сәләмәт тормош яҡлы булайыҡ. Ә әлегә барлыҡ нормативтарҙы ла уңышлы тапшырыуығыҙҙы теләйем, — тине Илгиз Әхүәс улы спорт байрамына йыйылған ҡунаҡтарҙы тәбрикләп.
“Йәшлек” комплексы директоры Фәрит Ғәлимов нормативтарҙы тапшырыу ҡағиҙәләре менән таныштырҙы һәм уҙған йылда ГТО-ны уңышлы үтәгәндәргә тантаналы шарттарҙа айырымлыҡ билдәләрен тапшырҙы.
— Беҙҙең өсөн бындай саралар бик мөһим. Ғүмер буйы эшләп, хаҡлы ялға туҡтағас, бер ҙә өйҙә ултырғы килмәй. Районда үткән бер саранан да ситтә ҡалмаҫҡа тырышабыҙ. Хәҙер бына спорт менән шөғөлләнә башланыҡ. Элек эш тип, ваҡыт таба алмаһаҡ, хәҙер ул етерлек, — ти фестивалдә ҡатнашыусылар. — Үткән йыл да ГТО нормативтарын уңышлы тапшырҙыҡ һәм билдәләргә лайыҡ булдыҡ. Быйыл да тапшырабыҙ. Кистәрен бергәләп саф һауала йөрөргә сығабыҙ. Иң ҡыуаныслыһы шул — беҙгә ҡушылыусылар һаны арта.
Үткән йыл ГТО-ны уңышлы тапшырған 57 өлкән йәштәге кеше физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәренә 10 мең һумға сертификат алған. Быйыл инде, әлегә нормативтарҙы 72 кеше тапшырған, тағы ла йыл аҙағына ҡәҙәр 35 кеше теләк белдереп, махсус сайтта теркәлгән.
Афарин, өлкән быуын вәкилдәре! Сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыу, спорт менән шөғөлләнеү бер ҡасан да һуң түгел икәнен үҙ өлгөләрендә иҫбатлап тора улар.

Фирғәт Нәбиуллин.

Балтас районы.

Ололар ГТО тапшыра
Ололар ГТО тапшыра
Ололар ГТО тапшыра
Автор:
Читайте нас: