Йәнтөйәк
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
19 Октябрь , 14:11

Ҡаҙ майының шифаһы ҙур

Әле ауылдарҙы йәмләп Ҡаҙ өмәләре бара. Ҡаҙ түшкәләре бешә, яңы мендәрҙәр яһала. Күптәр ҡаҙ майының файҙалы икәнлеген белмәй һәм уны иретергә лә иренә.

Ҡаҙ майының шифаһы ҙур
Ҡаҙ майының шифаһы ҙур
Ысынында шифаһы иҫ киткес шәп. Түбәндәге кәңәштәребеҙ ҙә ҡаҙ майының дауаһы тураһында булыр.
 
Ҡаҙҙың мамығы, ите генә түгел, уның дөрөҫ иретелгән һәм һаҡланған эс майы ла әллә күпме дауалау үҙенсәлегенә эйә. Белеп файҙаланғанда, ул бик күп сиргә шифа булып тора. Унда РР, Е, Д, В төркөмө витаминдары, файҙалы кислоталар, цинк, магний, селен һәм башҡа минералдар бар. Был май тулыһынса тәбиғи, унда холестерин юҡ. Ҡаҙ майы кислотаһы организмдың һыу балансын яйға һала, май­ҙарҙың һәм уның аналогтарынан торған органик матдәләрҙең организмға тиҙерәк үтеп инеүен арттыра. Ә был, үҙ сиратында, косметик сараларҙың тән тире­һенә тиҙерәк һеңеүенә килтерә, яраларҙың төҙәлеүенә ярҙам итә. Ҡаҙ майы составындағы селен матдәләр алмашыныуын көйләй, аҡһымдарҙы, углеводтарҙы, йодты үҙләштерергә ярҙам итә. Е витамины иһә иммун системаһын нығыта, коллагенды синтезлай, күҙәнәктәрҙе зарарланыуҙан һаҡлай.
 
Ҡаҙ майы тәбиғи дауалау төрө булып һанала. Организм тарафынан тиҙ үҙләштерелеүе, йылытыу үҙенсәлегенә эйә булыуы, күҙәнәктәрҙе яңыртыуы, ор­га­низм­дың һаҡлау көсөн нығытыуы, файҙалы матдәләрҙең тирегә тиҙерәк үтеп инеүен тәьмин итеүе арҡаһында ҡаҙ майы халыҡ ме­дицинаһында ла киң ҡулланыла һәм күп кенә ауырыуҙарҙан яҡшы сара булып тора. Дөрөҫ һаҡ­ланған ҡаҙ майы менән бронхиттан ҡотолоп була. Оҙаҡҡа һу­ҙылған йүтәлде бөтөрөү өсөн ҡаҙ майын ҡырғыстан үткәрелгән һуған менән бутап, ашар алдынан бер аш ҡалағы ҡабул итергә. Ошо уҡ ҡатнашманы төнгөлөккә күкрәк өлөшөнә һөртөргә лә була. Һөҙөмтәһе өс көндән үк күренәсәк.
 
Шулай уҡ ҡаҙ майын оҫта хужабикәләр бешеренеү өсөн дә ҡуллана. Бәлеш, сөсө ҡамыр баҫҡанда, берәр ҡалаҡ һалып ебәреү ҡамырҙы йомшарта. Бөйөрөктәр бешергән шыйыҡ майға ла аҙ ғына ҡушыу зыян килтермәҫ.
 
Фото: телеграм
 
 
Автор:Карима Усманова
Автор:
Читайте нас: