Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
17 Июль , 16:21

Быуындар һыҙлағанда сүп үләндәре ярҙам итә

Был ысул тиҙ арала һыҙлауҙы баҫасаҡ.  

Быуындар һыҙлағанда сүп үләндәре ярҙам итә
Быуындар һыҙлағанда сүп үләндәре ярҙам итә

Яңы өҙөп алған дегәнәк япрағын һалҡынса һыуҙа сылатып алырға ла, йөнлө яғы менән ауыртҡан урынға ябығыҙ. Был ысул тиҙ арала һыҙлауҙы баҫасаҡ. Ҡышҡылыҡҡа иһә япраҡтарҙы киптереп ҡуйырға була. Уны ҡулланыр алдынан йылы һыуҙа бер аҙ ебетеп алһаң, яңы өҙгән кеүек булыр.

Бер балғалаҡ аҡ майҙы иретеп, бутҡа хәленә килерлек күләмдә турап киптерелгән билсән япрағы һалып бутарға. Был ҡатнашманы ауыртҡан урынға һылап, туҡыма менән бәйләргә лә, төнгөлөккә ҡалдырырға. Дауалау курсы 7 – 10 көн, унан артһа тирегә тимгел-тимгел таптар сыға башлаясаҡ. Ике айҙан һуң тағы ла ҡабатларға мөмкин.

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Автор:
Читайте нас: