Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты Бөрө үҙәк район дауаханаһынан 25 километрҙа урынлашҡан. Барлығы 652 кеше хеҙмәтләндереләсәк. Модулле бина заманса стандарттарға һәм санитар талаптарға яуап бирә, бында кисектергеһеҙ, планлы һәм ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә шарттар бар. Һалҡын һәм эҫе һыу менән тәьмин ителгән, электр уты селтәрҙәре үткәрелгән. Халыҡты юғары категориялы фельдшер Нина Байрамова ҡабул итә. Ул Бахтыбайҙа 1997 йылдан башлап эшләй.
– Яңы ФАП-та эш башлауыма шатмын. Шарттар яҡшы, пациенттарға ла бында килеүе уңайлы буласаҡ, – ти тәжрибәле фельдшер.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм ситтән тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй ауылдарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
Динә Арысланова.
Фото Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте сайтынан алынды.