Йәнтөйәк
-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
12 Июль , 16:00

Ҡулдарының шифаһы бар

Андрей Аликов кешеләргә сирҙәренән арынырға ярҙам итә

Ҡулдарының шифаһы бар
Ҡулдарының шифаһы бар

Йәш барған һайын ауырыуҙарҙы иҫкәртеү өсөн йәшәйешебеҙҙә кәрәкле шарттар булыуы мөһим. Һәр көн гимнастика яһарға, һыу режимын һаҡларға, үҙеңде ҡулға алып, иренмәйенсә физик әүҙемлек менән шөғөлләнергә кәрәк. Сыбыҡ ауылында ғүмер итеүсе Андрей Аликовтың тормош девизы — сәләмәт йәшәү рәүеше һәм дөрөҫ туҡланыу.
Һаулыҡҡа һаҡсыл ҡараш Андрей Андреяновичҡа әсәһе Сәмиғә Александровнанан бирелгән. Күптәр уға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә ине. Килеүселәр араһында иң киң таралған проблема түлһеҙлек булған. Йәш ғаиләләр анализдар тапшырыуҙың, иҫәпһеҙ-һанһыҙ медицина тикшереүҙәренең бер ниндәй ҙә файҙа килтермәүенә зарланған. Ә ваҡыт үтә, бала булмауы ғаиләлә талаш-ыҙғыштар тыуыуына сәбәпсе була. Таныш-белештәренән Сыбыҡ ауылында дауалаусы әбей йәшәүе йәштәрҙә өмөт сатҡылары уята. Ысынлап та, күптәр һөйләүе буйынса, кем Сәмиғә әбейгә килгән, шуларҙың тормошона йәм өҫтәп, сабыйҙары тыуған.
— Тәбиғәт тә дауалай, — ти Андрей Андреянович. — Мәҫәлән, ҡайын янында медитация — хәл алыу, нервыларҙы тынысландырыуҙың күптәндән билдәле ысулы. Мариҙар өсөн был яңылыҡ түгел, улар тәбиғәт менән тығыҙ бәйләнештә. Йылға көслө энергетикаға эйә һәм кеше һаулығына ныҡ йоғонто яһай. Ләкин бер шарты бар — һыуға рәхмәтле булырға кәрәк. Шунан һуң ғына кеше нимәлер һорай ала. Ул бер нисә секундҡа тын алмай тороп медитациянан башлана. Үпкәләргә һауа тулғас, кеше үҙенең һауығыуына, ә башының насар уйҙарҙан арыныуына ышанырға тейеш.
Андрей Аликовтың төп ҡағиҙәһе — дөрөҫ туҡланыу. Фән буйынса ла режимды һаҡлау, рационға яңы ғына йыйылған йәшелсәләр, емеш-еләктәр, сәтләүектәр, таҙартылмаған май индерергә кәрәклеге иҫбат ителгән. Төнгөлөккә ашап ятмаҫҡа, һөтлө, ҡамыр ризыҡтарын, тоҙҙо, шәкәрҙе, шулай уҡ составында крахмал күп булған картуфты кәметергә кәрәк. Магазин һуттарынан, иҫерткес эсемлектәрҙән, газлы һыуҙан баш тартыу мөһим, уларҙы үләнле сәйҙәр, компоттар, тәбиғи һуттар һәм таҙа шишмә һыуы менән алмаштырырға кәрәк.
— Ғәҙәти йәшәйеш өсөн һыу, һауа, тыныслыҡ һәм бөтә нәмәлә лә урталыҡ төп факторҙар булып тора, — тип һөйләй Андрей Андреянович. — Сәләмәтлегебеҙ туҡланыуыбыҙҙан тора. Магазин кәштәләрендә кешеләргә, бигерәк тә балалар организмына зыян килтерә торған аҙыҡ-түлек барлыҡҡа килде. Шуны аңлап, хәҙер күптәр магазин ҡамыр ризыҡтарынан баш тарта. “Теләһә нәмә ашағансы ас тороуың хәйерле”, — тип дөрөҫ әйткәндәр бит. Иң беренсе, эсәктәрҙе организмға йыйылған токсиндарҙан таҙартырға кәрәк. Был аҙыҡ менән ингән витаминдарҙан файҙа алырға ярҙам итәсәк.
Халыҡ медицинаһының кәрәкле һөҙөмтәне бирмәүе һәм уның менән ныҡлап мауығыу насар эҙемтәләргә килтереүе бар, тигән фекер йөрөй. Шуға күрә Андрей Андреянович киҫәтә:
— Заманса медицина ҡаҙаныштарын, дауалаусы табип тәҡдимдәрен, шулай уҡ үҙеңдең организмыңдың һәм уның шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, кәңәштәрҙе һаҡ ҡулланырға кәрәк. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, мәҫәлән, ылыҫлы урманда ял итеп йөрөү кеше сәләмәтлегенә ыңғай тәьҫир итә, ә уҫаҡ ҡайырыһынан төнәтмә үпкә ауырыуҙарынан дауалай, ҡанды бактериялар һәм вирустарҙан таҙарта, нерв күҙәнәктәрен тергеҙә.
Дарыу үләндәре менән ныҡлап ҡыҙыҡһынған был кешенең тормош юлы ҡыҙыҡлы һәм төрлө. Ул Төмән өлкәһенең Тобольск ҡалаһында режиссер һөнәренә уҡый, драматургияны өйрәнә. Уҡып сыҡҡандан һуң Башҡорт ауыл хужалығы институты студенттарына, Өфө районының Миловка урта мәктәбе уҡыусыларына кино һәм фото сәнғәтен өйрәтә. Йәш һәм ҡыйыу Андрей Аликовтың яратҡан шөғөлө Өфө ҡалаһында “Ер һәм кешеләр” һәүәҫкәр фильмдар фестивалендә еңеүгә килтерә. Уға “Рәсәйҙең почетлы кинематографсыһы” тигән маҡтаулы исем бирелә. Сарала жюри ағзалары араһында билдәле совет режиссеры һәм кино актеры Сергей Бондарчук та була.
Хаҡлы ялға сыҡҡансы Андрей Андреянович “Йәштәш” балалар телестудияһында эшләй. Тәрбиәләнеүселәре менән ул фильмдар һәм фотолар төшөрә, үҙҙәренең эштәре менән фестивалдәрҙә ҡатнаша, Мәскәүгә, Йошкар-Олаға һәм илдең башҡа ҡалаларына күргәҙмәләргә баралар. Әсәһе тураһында слайд-фильм төшөрә. Уның һүҙҙәренсә, ҡәҙерле кешеһенең ейәндәре күп, сөнки уның дауалауы һөҙөмтәһендә ғаиләләрҙә балалар тыуған.
Хәҙер билдәле кинематографсы Сыбыҡ ауылында йәшәй, әсәһе эшен дауам итә. Кешеләр уға ышана, сөнки беренсе килеүҙән үк файҙа күрәләр. Остеохондроз, простатит, астматик синдром, стенокардия, эс ҡыуышлығы органдары төшөүе — Андрей Андреяновичҡа ошо ауырыуҙар менән йыш мөрәжәғәт итәләр. Мануаль терапия техникаһына эйә булараҡ, ул кешеләргә сирҙәренән арынырға ярҙам итә. Бының өсөн райондаштары бик рәхмәтле уға.


Виктория Ишмырҙина.
Мишкә районы.

Автор:
Читайте нас: