Ауыл фельдшеры — үтә лә яуаплы һәм һөнәри оҫталыҡ, түҙемлек талап иткән һөнәр. Юғары Ҡанһөйәр ауылында яңы асылған фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләүсе Рүзилә Вәлиева нәҡ шундайҙарҙан.
Үҙәк район дауаханаһынан йыраҡта урынлашҡан ауыл фельдшерына бөтәһенә лә әҙер булырға кәрәк: ашығыс ярҙам күрһәтергә лә, төрлө киҫкен респиратор сирҙәр, киҙеү таралған осорҙа халыҡты дауаларға ла, профилактика менән шөғөлләнергә лә тура килә. Халыҡты ҡабул итеүҙән тыш, улар ниндәй һауа торошо булыуына ҡарамаҫтан, көнмө-төнмө ауырыуҙар янына ашыға.
Асыҡ йөҙлө, киң күңелле Рүзилә Вәлиева Һәйтәк ауылы ҡыҙы. Урта мәктәпте тамамлағас, 40 йыл элек әсәһе — бөгөн инде тәжрибәле акушерка булып эшләгән Фатима Хәмәтйән ҡыҙы белем алған Бөрө медицина училищеһына уҡырға инә. Ҡулына диплом алған йәш белгес Нефтекама ҡалаһы дауаханаһының инфекция бүлегендә хеҙмәт юлын башлай. Артабан Тәтешле районына ҡайтып, район дауаханаһының хирургия бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләп өлгөрә. 2013 йылда тормош елдәре уны Мишәр ауылына илтә һәм 2017 йылдан алып бөгөнгәсә Юғары Ҡанһөйәр ауылында фельдшер вазифаһын башҡара. Шулай уҡ йәйге каникул ваҡытында балалар өсөн “Алтын башаҡ” ял һәм һауыҡтырыу лагерында ла медицина хеҙмәткәре булараҡ эшләй.
Үҙ һөнәрен бар күңеле менән яратҡан белгесте ауыл халҡы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙ итә. Хеҙмәттәштәре араһында — хөрмәтле, ә дауаланыусылар араһында алмаштырғыһыҙ ул.
— Рүзиләбеҙ яҡты йөҙө, йылы һүҙе менән ярҙам һорап килгән ауырыуҙың хәленә инә белә, һыҙланыуҙарҙы еңеләйтә, күңелдә ышаныс уята. Көн тимәй, төн тимәй, ярҙам күрһәтеүсе “ҡотҡарыу таяҡсығы” ул беҙҙең, — ти ауыл халҡы уның тураһында.
Рүзилә Нәҡип ҡыҙы өс тиҫтә йыл ғүмерен медицина өлкәһенә бағышлаған. Әйтеүе генә еңел, уйлап ҡараһаң, шатлыҡ-ҡыуаныстары менән бергә ауырлыҡтары ла бихисап булғандыр. Шулай ҙа медицина өлкәһен һайлағанына үкенмәй ул. Халыҡҡа ярҙам итә алыуы һәм яратҡан эше булыуы һөйөндөрә уны.
“Ауылда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә ҙур, яҡты, заманса ФАП төҙөп ҡуйҙылар. Элекке бина менән сағыштырырлыҡ та түгел. Бында эшләүе лә, ауырыуҙарҙы ҡабул итеүе лә уңайлы”, — ти тәжрибәле фельдшер.
Яңы ФАП-ҡа беренсел ярҙам һорап Юғары Ҡанһөйәр халҡы ғына түгел, Түбән Ҡанһөйәр һәм Бүләк ауылдарынан да мөрәжәғәт итәләр. Был — 119 кеше. Шуларҙың 37-һе — бала, бер йәшкә ҡәҙәр ике бала. 60 йәште уҙған — 78, 90-ды уҙған ике кеше иҫәпләнә.
“Һәр эштең үҙ ауырлыҡтары бар, уларҙан ҡасырға түгел, ә киреһенсә, еңергә кәрәк. Үҙ һөнәреңдең иң яҡшы яҡтарын эҙләү мөһим”, — ти Рүзилә Нәҡип ҡыҙы.
Үҙ эшенең оҫтаһы булған фельдшер ғаиләһендә гөрләтеп донъя көткән уңған хужабикә, яғымлы һәм хәстәрлекле әсәй һәм өләсәй ҙә. Ҡыҙы Айгөл әсәһе һымаҡ медицина өлкәһен һайлаған. Улы Илназ Себер тарафтарында эшләй. Ғаиләһе менән дә, эше менән дә бәхетле Рүзилә Нәҡип ҡыҙы. Ауылдаштары араһында ла ярҙамсыллығы, хеҙмәт һөйөүсәнлеге һәм һөнәри оҫталығы менән абруй ҡаҙанған шәхес ул.
Фирғәт Нәбиуллин.