Хуш еҫле сирень сәскәләренең матурлығына һәм еҫенә һоҡланмаған кеше һирәктер. Матурлыҡтан тыш, уны дауаланыу өсөн дә файҙаланырға мөмкин. Был осраҡта уның сәскәһе һәм япрағы ҡулланыла.
Сирень сәскәһе файҙалы матдәләргә бай. Халыҡ медицинаһы ҡыуаҡтың сәскәһенән, бөрөһөнән һәм япраҡтарынан шифалы төнәтмәләр әҙерләргә кәңәш итә.
Сирень сәскәһе - ата башлаған сағында, ә япрағы йәйҙең тәүге яртыһында (ҡоро көндә) әҙерләнә. Улар күләгәлә һәм ҡоро урында йоҡа итеп йәйеп, йыш әйләндереп киптерелә. Ғәҙәттәгесә һаҡлана.
Халыҡ медицинаһында сирень сәскәһенән (йәки япрағынан) әҙерләнгән төнәтмәне бөйөр шешкәндә, бөйөр һәм бөйөр лаҡаны ташы барлыҡҡа килгәндә ҡулланыла.
Дауаны әҙерләү: бер аш ҡалағы киптереп ваҡланған сәскәне (япраҡты) бер стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында дүрт сәғәт тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр, ашар алдынан, бер аш ҡалағы эсергә. Был дауаны тапма ауырыуынан (маляриянан) да эсергә кәңәш ителә.
Сирень сәскәһенән яһалған дарыу майын дарыуханаларҙан эҙләп табырмын тимә, шуға күрә күптәр уны үҙҙәре әҙерләүҙе хуп күрә. Бының өсөн бер литр банканы сирень сәскәһе менән тултырырға кәрәк. Артабан көнбағыш майын 40 градусҡа тиклем йылытырға һәм өҫтөнә ҡойорға.
Банканы яҡшылап ҡапҡас менән ябып, ике көн ултыртырға. Аҙаҡ марля аша һөҙөп, тик майҙы ғына ҡалдырырға кәрәк. Тағы ла майҙы ҡайнатырға һәм яңы сирень сәскәһен өҫтәп һалырға. Был процедураны бер нисә тапҡыр ҡабатлағанда, хуш еҫле һәм шифалы май килеп сығасаҡ.
Бронхит, ангина, грипп кеүек сирҙәр менән дауаланғанда сирень сәскәһенең майы бигерәк тә файҙалы. Уны ингаляция эшләгәндә лә ҡулланалар. Майҙың бер нисә тамсыһын үҙегеҙ ҡулланған крем, шампунь, лосьонға тамыҙып ебәргәндә, тирә-яғығыҙға хуш еҫ таралып китер. Уның менән һыҙлаған урынды ыуыу ҙа ярҙам итәсәк.