Йәнтөйәк
-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
23 Апрель , 16:34

Май байрамдарында поликлиникалар нисек эшләй?

Байрамдар яҡынлаша. Кемдәрҙелер дауаханаларҙың эш графигы ҡыҙыҡһындыралыр ...

29, 30 апрелдә һәм 1, 4, 9, 10, 11 майҙа поликлиникалар иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө 5-кә тиклем эшләй. Иртәнән алып көндөҙгө сәғәт 4-кә тиклем табипты өйгә саҡыртырға мөмкин. Был көндәрҙә шулай уҡ диспансерлаштырыу һәм медицина тикшереүе үтергә була. Травматология пункттары республиканың бөтә ҡала һәм райондарында ла тәүлек әйләнәһенә эшләй. Бынан тыш, Өфөнөң 5-се, 8-се, 21-се дауаханаларына һәм Дим биҫтәһенең дауаханаһына, Республика балалар клиник дауаханаһына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Офтальмолог ярҙамын Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында һәм 8-се дауаханала алырға була. Ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары 29, 30 апрелдә, 1, 4, 9, 10, 11 майҙа пациенттарын тикшерелеү үтеү өсөн көтә. Өфөнөң дарыуханалары 28-30 апрелдә һәм 1, 4, 5, 9-12 майҙа ял көнө графигы буйынса эшләй. Үҙәк район дарыуханалары - шәмбе графигы буйынса. Льготалы рецепттар буйынса дарыуҙарҙы ял көнө ваҡлап һатыу бүлектәрендә алырға мөмкин.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Автор:
Читайте нас: