Уны "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының беренсел звено медучреждениеларын модернизациялау программаһы аша төҙөнөләр.
Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты бөтә кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Унда прививка яһау һәм процедура-күҙәтеү кабинеттары, көтөп тороу урыны, санузел һәм гардероб ҡаралған.
ФАП мөдире, фельдшер Эльза Әхмәтханова билдәләүенсә, хәҙер пациенттарҙы уңайлы һәм тулы ҡабул итеү өсөн бөтә шарттар ҙа бар.
"Халыҡ диспансеризацияға, вакцинацияға һәм профилактик тикшереүҙәргә ҙур теләк менән килә башланы", — ти фельдшер.