Ҡариҙел районының Нәһретдин ауылында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.
Бинала планлы, кисектергеһеҙ һәм ашығыс ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә тейешле ҡорамалдар бар, коммуникациялар тоташтырылған, һалҡын һәм ҡайнар һыу, электр уты үткәрелгән. Пациенттар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн уңайлы һәм яҡты кабинет, процедура һәм дарыуҙар һаҡлау өсөн махсус бүлмәләр бар. Яңы ФАП Нәһретдин ауылы халҡынан тыш, Янбатыр ауылы кешеләрен дә хеҙмәтләндерәсәк. Медицина учреждениеһында 35 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған фельдшер Лилиә Ғәйетғәлина эшләйәсәк.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.
”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
Фото: https://vk.com/karaidel_crb
Автор:Дина Арсланова