Йәнтөйәк
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
10 Март , 09:32

Бушлай дарыу ҙа алып була

Балалы ғаиләләргә рецепт буйынса бушлай дарыу алып булыуын белә инегеҙме?    

Бушлай дарыу ҙа алып була
Бушлай дарыу ҙа алып була

Бындай мөмкинлек менән балаға  3 йәш тулғанға ҡәҙәр бар ғаиләләр ҙә, шулай уҡ   ишле  ғаиләләр балаһына  6 йәш тулғансы файҙалана ала. 

Уны алыу өсөн педиатрға барырға һәм үҙең менән түбәндәге документтарҙы алырға: баланың тыуыу тураһындағы таныҡлығы,  СНИЛС, медицина полисы, баланың йәшәгән урынын раҫлаусы белешмә (справка). Табип өс рецепт яҙып биреп, шуның икәүһен ата-әсәгә бирергә тейеш. 

Бушлай бирелгән дарыуҙарҙың тулы  исемлеге РФ Хөкүмәтенең 1994 йылдың 30 июлендәге  890-сы ҡарарында күрһәтелгән.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Автор:
Читайте нас: