Яңы табип амбулаторияһы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Медицинаның башланғыс звеноһын модернизациялау” программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылды.
Бирелә табип-терапевт, табип-педиатр, фельдшер ҡабул итеү һәм прививка яһау, процедуралар кабинеттары бар. Шулай уҡ персонал һәм медицина препараттарын һаҡлау өсөн бүлмә, стоматология кабинеты ла ҡаралған. Хатта фильтрбокс та бар. Ҡыҫҡаһы, халыҡ өсөн барлыҡ уңайлыҡтар ҙа булдырылған.
Яңы амбулаторияны асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкиле Булат Ғарифуллин, үҙәк район дауаханаһы баш табибы Салауат Ғилметдинов, Түбән Ҡарыш ауыл биләмәһе башлығы Ильяс Шәймөхәмәтов ҡатнашты.
Ҡунаҡтар тантанала сығыш яһап, урындағы халыҡты әлеге ҙур ваҡиға менән ҡотланы һәм яңы объектты төҙөүгә һәм матурлауға үҙ өлөшөн индергәндәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкиле Булат Ғарифуллин үҙ сығышында яңы амбулатория асылыуы халыҡтың сәләмәтлеген һаҡлауға, нығытыуға файҙалы йоғонто яһаясағына ышанысын белдерҙе.
Гөлшат Тәҡиуллина Түбән Ҡарыш ауылы халҡына бына инде 24 йылдан артыҡ медицина хеҙмәте күрһәтә. Сарала сығыш яһап:
Ҡарыш ауылы халҡы исеменән беренсел ветерандар ойошмаһы рәйесе Ғиззәт Суфияров та барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Йола буйынса ҡыҙыл таҫманы киҫкәндән һуң ҡунаҡтар яңы амбулатория кабинеттары менән танышты. Бирелә халыҡҡа сифатлы һәм тиҙ ярҙам күрһәтеү өсөн барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған. Кәрәкле медицина ҡорамалдары, инструменттар, мебель менән йыһазландырылған.
Түбән Ҡарыш ауылында асылған яңы медицина учреждениеһы ауылды үҫтереүгә, йәштәрҙең бирегә ҡайтыуына ҙур этәргес булыр, тип ышанабыҙ.
Фирғәт Нәбиуллин.
Балтас районы.