Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
15 Ғинуар , 14:17

Фейхоа файҙалы

Диета тотҡанда был емеш асығыу тойғоһон баҫа.

Фейхоа файҙалы
Фейхоа файҙалы

Фейхоа клетчаткаға бик бай. Ул ашҡаҙан-эсәк тракты өсөн файҙалы. Был татлы экзотик емештә антиоксиданттар күп. Унда бактерия-микробтарҙы юҡҡа сығарыуға һәләтле матдәләр бар. Фейхоала йод, калий, натрий, флаваноидтар, органик кислоталар  күп. Был емеш йөклө ҡатындарҙың яралғыһының дөрөҫ үҫешенә ярҙам итә, тимер етешмәүҙе булдырмай. Йәрәхәт алғандарҙың яраларын тиҙ бөтәштерергә, иммунитетты нығытырға  ярҙам итә. Ябыҡҡан ваҡытта аслыҡ тойғоһон бөтөрә, калориялары аҙ. Фейхоаны ҡабығы менән көнөнә өстө ашарға кәңәш ителә.

 Аллергия менән интеккәндәргә  бик һаҡ ҡулланырға кәңәш ителә.

 

Фото: dzen.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Фейхоа файҙалы
Фейхоа файҙалы
Автор:
Читайте нас: