Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
3 Ғинуар , 10:25

Йүткереп ыҙалайһығыҙмы?

Дүрт көн эсендә йүтәлдең нимә икәнлеген дә онотасаҡһығыҙ. Сирләмәгеҙ дуҫтар, байрамдар күңелле үтһен!

Ҡыштың уртаһы етте. Оҙайлы ялдарҙа сирҙәр, йүткереү осраҡтары арта. Унан ҡотолоуҙың бик ябай һәм һөҙөмтәле юлын тәҡдим итәбеҙ.

Бының өсөн ни бары кәбеҫтә һәм бал кәрәк. Кәбеҫтә япрағын ҡайнар һыуға һалып бер-ике минут тоторға ла, алып, бал һылап, күкрәккә ҡуйып йоҡларға ятырға. Ҡыҫыбыраҡ торған футболка кейһәгеҙ, ул төн буйы урынынан күсмәй торор.

Ошо ысулды ҡулланғандарҙың әйтеүенсә, дүрт көн эсендә йүтәлдең нимә икәнлеген дә онотасаҡһығыҙ. Сирләмәгеҙ дуҫтар, байрамдар күңелле үтһен!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас: