Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
3 Декабрь 2023, 11:19

Ҡан баҫымын нисек төшөрөргә?

Ҡапыл ҡан баҫымы төшөп, янда кәрәкле дарыу булмаған осраҡта нимә эшләргә? Ҡул аҫтындағы әйберҙәр менән генә  ҡан баҫымын төшөрөп буламы?

  1. Иң беренсе сиратта тынысланырға тырышырға  һәм 2–3 минут дауамында тынды сығарған ваҡытта 7–10 секундҡа тын алмай туҡтап торорға кәрәк. Был ябай ғына ысул  ҡан баҫымын 30 берәмеккә тиклем төшөрөргә ярҙам итер.
  2. Ҡан баҫымын тиҙ арала төшөрөү өсөн һалҡын һыуҙы ҡулланырға кәңәш ителә. Бының өсөн ҡулдарҙы һыу аҫтында тоторға, битте һалҡын һыу менән йыуырға мөмкин. Шулай уҡ  сепрәк салфетканы һыулап, ҡалҡан биҙенә ҡуйырға ярай. Йәиһә тасҡа һалҡын һыу ҡойоп, аяҡтарҙы тығып, “йүгертеп” алыу ҙа файҙалы.
  3. Ҡан баҫымын төшөрөү өсөн халыҡ табиптары алма һеркәһен ҡулланырға кәңәш итә. Әгәр ҙә  алма һеркәһенә тығып алынған сепрәк киҫәген  табанға ҡуйһаң, ҡан баҫымы 30–40 берәмеккә төшә.
  4. Гипертониктарға дарыуханан валерьяна, энәлек, арыҫлан ҡойроғо һәм “Валокардин” төнәтмәләрен алып, бөтәһен бер шешәгә ҡойоп алырға кәңәш итәләр. Ҡан баҫымы күтәрелеп киткһә бер балғалаҡ шул төнәтмәне эсергә. “Ашығыс ярҙам” машинаһы килгәнсе ул һеҙгә ярҙам итер.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-12-02/an-ba-ymyn-nisek-t-sh-r-rg-3548853
Автор:
Читайте нас: