Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
17 Октябрь 2023, 11:21

"Тупһанан йүгереп менә башларһығыҙ!"

«Аяҡ һыҙлауҙан да насар нәмә юҡ икән. Мин дә уйламағанда шул бәләгә тарыным. Тупһанан күтәреләм – аяҡ ауырта, төшәм – аяҡ ауырта. Шулай ҙа бәләнән ҡотолоу юлын таптым бит", ти инәй һәм үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлаша.

«Аяҡ һыҙлауҙан да насар нәмә юҡ икән. Мин дә уйламағанда шул бәләгә тарыным. Тупһанан күтәреләм – аяҡ ауырта, төшәм – аяҡ ауырта», – шулай тип башланы инәй һүҙен. Шулай ҙа был бәләнән ҡотолоу юлын тапҡан ул. Апаруҡ йәшенә ҡарамаҫтан йүгереп йөрөгән инәй ауыртыуҙы тиҙ баҫҡан ысулды беҙгә лә өйрәтте. Баҡтиһәң, еңел генә эшләнә икән, файҙаһы ифрат ҙур, ти инәй.

"Биш ҡап кипкән ҡәнәферҙең өҫтөнә 100 грамм араҡы йә спирт ҡояһың да ҡараңғы урынға төнәтергә ҡуяһың. Ул ҡарағусҡыл төҫкә инһә әҙер тигәнде аңлата. Шуны һыҙлаған тубыҡтарға һөртәһең дә өҫтөнә шыптыр ябаһың. Көн һайын шулай ауыртыу баҫылғанға тиклем эшләйһең. Ә ул тиҙ баҫыла. Тупһанан йүгереп менеп-төшә башларһығыҙ!"

Шулай ҙа тире ауырыуҙарынан, аллергия менән яфаланһағыҙ, табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

Фото pixabay.com

Автор:Миләүшә Сайтакова
Автор:
Читайте нас: