Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
17 Октябрь 2023, 09:19

Бауыр өсөн үлән сәйе

Тырнаҡ гөлөнә (календула) кишер орлоғо ҡушып әҙерләнгән сәй бауыр һәм үт ҡыуығы ауырыуҙарынан яҡшы ярҙам итә. 

 Ул үт бүленеп сығыуға һәм холецистит менән гепатит ваҡытында елһенеүҙе кәметеүгә булышлыҡ итә.  Өҫтәүенә,  хуш еҫле бындай сәй эсеүгә лә бик тәмле. 

Сәй өсөн  ике ҡалаҡ тырнаҡ гөлө сәскәһе, 200 г ҡайнар һыу, бер ҡалаҡ кишер орлоғо һәм 400 г ҡайнар һөт алына. Календула сә-скәһенә  ҡайнар һыу ҡойоп, ике сәғәткә төнәтергә ҡуйырға. Кишер орлоғона ҡайнап торған һөт өҫтәп, бер сәғәткә ҡараңғы урынға ҡуйырға. Ике төнәтмә лә әҙер булғас, һөҙөп алып, бергә ҡушып бутарға. Үлән сәйен иртәнсәк ашарҙан алда  яртышар стакан эсергә, һуңынан өс көн тәнәфес эшләргә һәм дауаланыу курсын дауам итергә.

Фото:Т.Аманов. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Сығанаҡ: Йәшлек
Автор:
Читайте нас: