Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
11 Октябрь 2023, 09:00

Булмышы менән табип

“Үҙемде башҡа урында күҙ алдына ла килтерә алмайым”, — ти Азалия Исламова

Булмышы менән табип
Булмышы менән табип

Мәрхәмәтле, изге күңелле, үҙ эшенең оҫтаһы булған табиптарға һәр саҡ һоҡланабыҙ. Борай районы үҙәк дауаханаһында участка терапевты булып эшләүсе Азалия Рафаил ҡыҙы Исламова нәҡ шундайҙарҙың береһе.
Ул Башҡортостаныбыҙҙың матур тәбиғәтле Бөрйән районында Әминә һәм Рафаил Ғәйнуллиндар ғаиләһендә донъяға килә. Әминә Миңлебай ҡыҙы – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, завуч эштәрен дә башҡара. Атаһы Рафаил Рәҗәп улы водитель булып эшләй.
Азалия 11-се класты тамамлағас, Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетында уҡып, табип һөнәренә эйә була.
Район үҙәк дауаханаһында көндөҙгө стационарҙа участка терапевты булып эшләй. Уның уң ҡулы — участка шәфҡәт туташы Гүзәл Тәлғәт ҡыҙы Ҡаһирова.
«Мин бәләкәйҙән ауылдағы медицина пунктына барып, шәфҡәт туташына булышып, аҡ кейемдәренә һоҡланып йөрөй инем. Һәр кем үҙенә яҡын булған, үҙенең күңеле ятҡан һөнәрҙе һайларға тейештер, – ти Азалия Рафаил ҡыҙы. – Мин табип булырға хыялландым һәм хыялыма ирештем. Ауырыу кешеләрҙең хәлдәрен еңеләйтеп, уларҙы дауалап, һауыҡтырып, шатландырғым килә минең. Ә инде уларҙан рәхмәт һүҙҙәре ишетеү – үҙе бер ҡыуаныс. Уларҙың һауығып, ҡәнәғәт, булып шат йылмайыуы тағы ла дәртләнеберәк эшләргә этәргес бирә».
Изге һөнәр эйәһе ғаиләһе менән дә бәхетле. Тормош иптәше Руслан менән ҡулға-ҡул тотоношоп, шатлыҡтарҙы уртаҡлашып, ауырлыҡтарҙы бергә еңеп, булғанына шөкөр итеп, тормош һуҡмағынан бергә 20 йыл татыу атлайҙар. Бер ҡыҙ һәм бер ул үҫтерәләр. Малайҙары Данил Өфө фән һәм технологиялар университетында 1-се курста, ҡыҙҙары Амелия Өфө ҡалаһының 21-се лицейында 4-се класта уҡый.
Эшен еренә еткереп башҡарыуы, яуаплы булыуы менән хеҙмәттәштәренең дә, райондаштарының да хөрмәтен яулай алған ул. Ғөмүмән, һәр яҡлап хөрмәтле, үрнәкле, халыҡ араһында абруйлы булып, тормоштан йәм табып йәшәй һәм эшләй Азалия Исламова.

Гөлназ Ханова.

Борай районы.

Булмышы менән табип
Булмышы менән табип
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: