Төнәтмә әҙерләү өсөн өс ҡалаҡ гөлйемеш, биш ҡалаҡ һуған ҡабығы һәм биш ҡалаҡ ҡарағай ылыҫы алырға. Барыһын да яҡшы итеп йыуып, термосҡа һалырға һәм өҫтөнә бер литр ҡайнар һыу ҡойорға. Төнө буйы төнәтергә һәм иртәнсәк һөҙөп алырға. Көнөнә дүрт тапҡыр иртәнге, төшкө, киске аш араһында яртышар стакан төнәтмәгә бер балғалаҡ лимон һуты ҡушып эсергә.
Дауаланыу курсы – өс аҙна. Шунан ике аҙна ял итеп алғандан һуң, дауаланыуҙы ҡабатларға мөмкин.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.