

Бер аш ҡалағы ҡоро мәтрүшкәгә 1 стакан ҡайнаған һыу ҡойоп, ут өҫтөндә ҡайнатып сығарырға, унан тағы 10 – 15 минут һүрән утта тоторға кәрәк. Һуңынан һыуытып, һөҙөп ҡуйыла. Был ҡайнатманы йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә ҡулланырға була. Ул ваҡытта ярты стакан мәтрүшкә төнәтмәһенә бер сәй ҡалағы бал һалып эсеү кәңәш ителә. Депрессия, хәлһеҙлек ваҡытында, арығанлыҡты бөтөрөү өсөн дә мәтрүшкәне ҡулланырға була. Ябай сәйнүккә 1 сәй ҡалағы мәтрүшкә, 2-3 сәй ҡалағы йәшел сәй һалырға кәрәк. Йыш көйһөҙләнә торған балаларға ла мәтрүшкә һалып төнәтелгән сәй бирәләр.
Автор:Ильфира Аккужина
https://aulut.ru/news/common_material/2023-07-24/m-tr-shk-k-p-sirg-daua-ik-nen-baryby-a-bel-be-3353243?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=154015572