

Бәүел тәүлегенә 1,5 – 2,5 литр булырҙай итеп, тейешле күләмдә шыйыҡса эсеп тороу бик мөһим. Ул артыҡ тоҙҙарҙы йыуҙырыу һәм бәүел сығарыу юлына микробтар эләгеү ихтималлығын кәметә. Табип кәңәше буйынса аҙ минералланған һыу эсеү курсын үткәреү ҙә файҙаға ғына. Үҙебеҙҙең шифаханаларҙа дауаланыу тағы ла яҡшыраҡ. Минераль һәм ябай һыу эсеүҙән тыш, еләк морстарын һәм үлән сәйҙәрен эсеү яҡшы һөҙөмтә бирә. Организмдағы матдәләр алмашыныуын көйләргә фитотерапия, диета терапияһы, физиотерапевтик процедуралар ярҙам итә. Әгәр асыҡланған таштың төрө билдәһеҙ икән, күберәк мүк еләген (ниндәй хәлдә булһа ла), ҡара көртмәле, миләш, ҡыҙыл көртмәле, виноград, борсаҡ, һуған, кишер, ҡыяр, баклажан, керән ашарға кәңәш ителә. Кәбеҫтә, крыжовник, миндаль, кишер, слива, һарымһаҡтың бәүел ҡыуҙырыу сифатына эйә булыуын да күҙ уңында тоторға кәрәк.
Билдәле булыуынса, ҡарбуз бөйөрҙән таштарҙы йыуып сығара алыу сифатына эйә. Әммә фосфат таштары ултырғанда уны ашауҙы кисектерергә кәрәклеген дә иҫтән сығарырға ярамай.
Фосфат таштарға «бай» кешеләргә ҡыҙыл көртмәленең япраҡтарынан әҙерләнгән төнәтмәне эсергә кәрәк (бер стакан ҡайнаған һыуға 1 ҡалаҡ ҡыҙыл көртмәле япрағын һалып, икенсе һауытта ҡайнап торған һыуға стаканды ултыртып, 30 минут парҙа тоторға (водяная баня). Бөйөр һәм бәүел сығарыу юлы сирләгәндә был сара бәүел ҡыуҙырыу һәм дауаланыу өсөн бигерәк тә яҡшы. Шулай уҡ ҡырҡбыуын, кукуруз, бәпкә үләне, ҡайын бөрөһө, укроп тамырынан әҙерләнгән төнәтмәләр барлыҡ төр таштар булғанда ла яҡшы һөҙөмтә бирә. Уларҙан да үрҙәге рецепт буйынса төнәтмә әҙерләргә кәрәк.
Диета терапияһына килгәндә, тәү сиратта бөйөрҙә йыйылған таштарҙың төрөн һәм матдәләр алмашыныуының боҙолоу сәбәбен билдәләү мөһим. Барыһы өсөн дә төп принцип – дөйөм ҡулланылған аҙыҡ күләмен кәметеү һәм рационды төрләндереү. Ташы булғандарға сирҙең аҙып китеүен иҫкәртеү маҡсатында бәүелгә һәм ҡанға биохимик тикшереүҙәр үткәртеп тороу зарур.
УЗИ үткәргәндән һуң организмығыҙҙа таш түгел, ә ваҡ ҡына кристалдар барлығы асыҡланһа, «һыу һөжүме»нә күсергә мөмкин (һуттар, һөтлө сәй, аҙ газландырылған минераль һыу, ҡарбуз һ.б.). Бындай процедураны аҙна-ун көнгә бер тапҡыр ҡабатлау кристалдарҙы йыуҙыра.
Фото: zdorovieinform.ru