Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Сәләмәтлек
19 Июнь 2023, 07:16

Күңеле лә, уйҙары ла изге

Фәзилиә Мостафина 39 йыл балалар һаулығын ҡайғырта

Күңеле лә, уйҙары ла изгеКүңеле лә, уйҙары ла изге
Күңеле лә, уйҙары ла изге

Фәзилиә Мәғәнәүи ҡыҙы – ғүмерен балалар һаулығын һаҡлауға бағышлаған патронаж шәфҡәт туташы. Һәр кемгә иғтибарлы һәм ихтирамлы, сабыр холоҡло медицина хеҙмәткәре бына инде 39 йыл һайлаған һөнәренә тоғро ҡала.

Бөрө медицина училищеһын тамамлағандан һуң, Фәзилиә Мостафина 1984 йылда Йылыш ауылында фельдшер булып хеҙмәт юлын башлай. Бер аҙ эшләгәс, уны тәүҙә — Юғары Һайыҫҡан, һуңынан Ирсайға күсерәләр. Күп тә үтмәй, яҙмыш уны Бабай ауылына ташлай. Тырыш, ихтирамлы, яғымлы белгесте халыҡ тиҙ арала яратып өлгөрә. Тыйнаҡ ҡыҙға Радик исемле егет тә күҙ ташлай. Йәштәр бер-береһен оҡшатып, яратып, матур ғаилә ҡора. Шулай итеп, Тирәкәй ауылы ҡыҙы Бабай килене була. Тормош иптәшенең эше буйынса йәштәр Камай ауылына күсенә. Фәзилиә Мостафина иһә урындағы дауаханала патронаж шәфҡәт туташы булып эш башлай.
— Патронаж шәфҡәт туташының эше яуаплы. Бала табыу йортонан сыҡҡандан һуң өсөнсө тәүлектә үк ғаиләнең өйөнә барып, баланы ҡарайым. Сабыйҙың ашауын контролдә тотам, уның хәлен тикшерәм. Шулай уҡ әсәйҙәргә тәүге көндән үк баланы нисек дөрөҫ тәрбиәләргә өйрәтәм. Йәш әсәләр Интернет селтәренән күп мәғлүмәт таба һәм ҡайһы бер осраҡта уны дөрөҫ аңламай. Шул саҡта шәфҡәт туташына бала өсөн нимә яҡшыраҡ икәнен матур итеп аңлатырға тура килә. Ҡайһы берҙә әсәйҙәр төндә лә шылтырата, ул саҡта инде балалар табибы менән бәйләнешкә сығып, уның менән кәңәшләшеп, килеп тыуған мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итәбеҙ. Патронаж шәфҡәт туташы сыҙамлы, сабыр, йомшаҡ күңелле, иң мөһиме, балаларҙы яратырға тейеш. Бәләкәйҙәр ауыр һәм айырым иғтибар талап иткән пациенттар булһа ла, эшемде яратам, — ти тәжрибәле шәфҡәт туташы.
2007 йылда Фәзилиә Мостафина ҡыҫҡартыуға эләгеп, Мишкә үҙәк район дауаханаһына күсә. Бында ул атҡаҙанған табип-педиатр Алевтина Ишкузина менән эшләй.
— Алевтина Анатольевнаға оҙаҡ йылдар минең остазым булғаны, барыһына ла өйрәткәне өсөн рәхмәтлемен. Мине һәр ваҡыт уның стандарт булмаған фекерләүе һоҡландырҙы, улар иң ҡатмарлы хәлдәрҙән сығыу юлын табырға мөмкинлек бирҙе, — ти Фәзилиә Мәғәнәүи ҡыҙы. — Ғөмүмән, миңә бик яҡшы табиптар менән эшләү бәхете тейҙе. Илдус Хәбировҡа, Әлфиә Ғилманшинаға ла бик рәхмәтлемен. Әлеге ваҡытта мин Татьяна Ишбулатова менән эшләйем. Татьяна Юрьевна, йәш булыуына ҡарамаҫтан, белемле, яуаплы һәм яҡшы табип-педиатр. Педиатрия бүлеге шәфҡәт туташы үҙ эшенең оҫтаһы ғына түгел, тәрбиәсе лә, бала ҡараусы ла, ата-әсәһе менән дипломат та булырға тейеш.
Һаулыҡ һаҡлау системаһында күп йыллыҡ һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн Фәзилиә Мостафина район хакимиәтенең Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. Ул «Йыл шәфҡәт туташы-2010» республика конкурсында ҡатнаша. Күңеле лә, уйҙары ла изге булған шәфҡәт туташына артабан да уңыштар насип булһын!


Зәлиә Ғатина.

Күңеле лә, уйҙары ла изге
Күңеле лә, уйҙары ла изге
Автор:
Читайте нас