Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
4 Июнь 2023, 11:08

Көс өҫтәүсе шифалы эсемлектәр

Бер нәмә эшләрлек тә хәл булмай, үҙегеҙҙең ныҡ арыуғыҙҙы тояһығыҙ икән, түбәндәге төнтәмәләрҙе әҙерләп эсеп ҡарағыҙ. 

Көс өҫтәүсе шифалы эсемлектәр
Көс өҫтәүсе шифалы эсемлектәр
  1. Кәстрүлгә өс өрөк, биш ҡара емеш, өс инжир, бер ҡалаҡ йөҙөм, ике алма, ике лимон киҫәге һалырға. Өҫтөн ҡаплағансы һыу ҡойорға һәм ҡайнап сыҡҡас, 5 – 10 минут талғын утта ҡайнатырға. Иртәнге сәй ваҡытында ашарға.
  2. Бер үк күләмдә бойҙай, һоло һәм арпа ярмаһы алып, ҡәһүә онтағыста онтарға һәм бер стакан онға бер стакан һыу иҫәбенән сығып, ҡайнаған йылы һыу ҡойорға. Ике сәғәт төнәтергә һәм бал ҡушып эсергә. Аҙ ҡанлылыҡтан һәм хәлһеҙлектән ярҙам итә.
  3. Бер лимонды бер – ике минутҡа ҡайнар һыуға төшөрөп алырға һәм ҡабығы һәм орлоҡтары менән ҡырғыс аша үткәрергә. Аҡ май, бер-ике ҡалаҡ бал ҡушып бутарға һәм сәй табынына бирергә.
  4. Һолоға бер ҡалаҡ һолоға өс ҡалаҡ һыу иҫәбенән сығып һыу ҡойорға һәм бер тәүлек төнәтергә.  Һуңынан һыуын һөҙөп алып һыуытҡыста һаҡларға һәм көнөнә өс-дүрт тапҡыр ашарҙан алда ¼ стакан төнәтмәне йылы килеш эсергә.
  5. 150 г ҡырғыстан үткәрелгән алманы ярты әфлисун һуты ҡушып бутарға, 10 таҙартылған әстерхан сәтләүеге  өҫтәргә. Был бер көнлөк  бер кешегә иҫәпләнгән порция. Ул баш мейеһен  яҡшы туҡландыра.
  6. Бер стакан һолоға биш стакан һыу ҡойоп, талғын утта шыйыҡ кеҫәл хәленә килгәнсе ҡайнатырға. Һөҙөп алып, шул уҡ кимәлдә ҡайнаған һөт өҫтәргә. Бер аҙ һыуынғас, 4 – 5 ҡалаҡ бал өҫтәргә. Көнөнә өс – дүрт тапҡыр 14 йә 0/2 стакан эсергә.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-06-03/k-s-t-se-shifaly-esemlekt-r-3286467
Көс өҫтәүсе шифалы эсемлектәр
Көс өҫтәүсе шифалы эсемлектәр
Автор:
Читайте нас