Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
3 Июнь 2023, 10:00

Дауа — аяҡ аҫтында

Марсилә Шәрипова шифалы үләндәрҙең серен яҡшы белә

Дауа — аяҡ аҫтында
Дауа — аяҡ аҫтында

Тәбиғәт менән бер бөтөн булып үҫкән Марсилә Шәрипова йәш сағынан алып дарыу үләндәре йыйып, уларҙы киптереп, төнәтмә һәм ҡайнатмаларын яһап, иммунитетты нығытыу һәм төрлө ауырыуҙарҙы еңер өсөн ҡуллана башлай.
— Гәзит-журналдарҙа дарыу үләндәре тураһында баҫылған яҙмаларҙы йыйып барҙым. Китаптарҙан да үҙемә кәрәкле үләндәр тураһында әле лә уҡып барам. Уҡый барам, йыя барам. Йыйғанда уҡ теге йәки был үләндең миңә ни өсөн кәрәклеген беләм. Әрем, бәпембә, меңъяпраҡ, кесерткән, үгәй әсә япрағын йыл һайын бер ҙә ҡалдырмайынса йыям, — ти ул.
Әлеге мәлдә Марсилә Дамил ҡыҙы  нәҡ шифалы үләндәр йыйыу менән мәшғүл. “Болон, ҡапҡа төбө, баҡсаларҙағы ниғмәттәрҙән дә бына тигән ҡышлыҡ запас тупларға була. Аяҡ аҫты тулы – витамин. Бары иренмәҫкә генә кәрәк, — ти ул. — Үләндәрҙе май айында йыйып киптереү яҡшыраҡ. Уларҙың был осорҙа үҙ ҡиммәтен һәм файҙаһын юғалтмаған сағы. Ошоно иҫтә тотоу мөһим, дарыу үләндәрен ямғырһыҙ ҡоро көндә, иртәнге яҡта йыйырға кәрәк. Әгәр үлән ямғырға йәки ысыҡҡа сыланған икән, кипкәнен көтөгөҙ. Юғиһә, ул күгәрә һәм файҙаһы ҡалмай. Тағын бер кәңәш: үләндәрҙе елһеҙ һәм ҡояш төшмәй торған урында киптереү, уны ҡағыҙ йәки сепрәк ҡапсыҡта һаҡлау мөһим”.
Дарыу үләндәре – ауырыуҙарға ҡаршы бына тигән витамин. Марсилә Шәрипова май үләндәренең файҙаһы тураһында үҙе белгән һәм төрлө сығанаҡтарҙан туплаған мәғлүмәттәр хаҡында ла һөйләне. Әгәр ҙә һеҙ ҙә ҡулланырға уйлаһағыҙ, табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
Кесерткән.  Әлеге үләндең япраҡтары – витаминдар хазинаһы. Ул яраларҙы төҙәтә, матдәләр алмашыныуын, ҡан составын, һулыш юлдарын яҡшырта, аллергияны һәм биҙгәк тотоуҙы бөтөрә, иммунитетты нығыта, күреү һәләтен яҡшырта. Төнәтмә түбәндәгесә яһала: 15-20 грамм кипкән япраҡҡа бер стакан ҡайнап сыҡҡан һыу һалырға һәм бер сәғәт термоста тоторға. Ашарға 20 минут ҡала 2-3 аш ҡалағы эсергә кәрәк. Май айында кесерткән ашы бик файҙалы. Кесерткән һыуы менән сәсте сайҡаһаң, ул уның төптәрен нығыта, ҡойолоуҙан да файҙаһы ҙур. Әрекмән тамыры менән йыуһаң, сәс тағы ла нығый.
Ҡайын япрағын да май айында йыйыу хәйерле. Ә бөрөләрен иртә яҙҙа, ҡар иреп бөткәнсе йыйырға кәрәк. Уларҙы һалҡын тейгәндә, йүтәл булғанда ҡайнатып эсеү – һауығыуға бер аҙым.
Бәпембә һәм сирень сәскәләре. Бер литрлы банкаға икеһен дә тултырып, таҙартылған көнбағыш майы һалып, берәр ай самаһы тотабыҙ. Әлеге төнәтмәне ҡул-аяҡ, быуындар һыҙлаған, тәндә таптар булған урындарға һөртөргә була. Һалҡын тейгәндә көнгә ике тапҡыр берәр сәй ҡалағы эсергә лә мөмкин.
Бәпембә балы  иммунитетты күтәрә. Быуындар ауыртҡанда, паразиттарҙы ҡыуырға ярҙам итә.
Әрекмән япрағын быуындар өҫтөнә бәйләп ҡуйһаң, ауыртыуы баҫыла. Тоҙ ултырғандан һәм ревматизмдан да ярҙам итә.
Үгәй әсә япрағы.  Төнәтмәһе йүтәлләгәндә ҡаҡыртыу һәм йомшартыу үҙенсәлегенә эйә. Төнәтмәһен бер стакан ҡайнаған һыуға бер аш ҡалағы ваҡланған япраҡтар иҫәбенән яһарға кәрәк. 30 минут төнәтәбеҙ. Көнгә өс-дүрт тапҡыр ашағансы, бер-ике аш ҡалағы эсергә кәрәк.
Имән ҡайырыһы. Бауыр ауырыуы булғанда төнәтмәһен эсергә, ҡаҙналар ҡанағанда, теш һыҙлағанда ҡайнатып сайҡарға кәрәк. Эс киткәндә лә файҙаһы ҙур.
Юл япрағы. Йәрәхәттәрҙе тиҙ төҙәтә. Киптерелгән япраҡ шештәрҙе кәметә, ҡаҡырыҡты яҡшы ҡуптара, оҙаҡҡа һуҙылған йүтәлде еңергә ярҙам итә.

Гөлназ Ханова.

Борай районы.

Дауа — аяҡ аҫтында
Дауа — аяҡ аҫтында
Автор:
Читайте нас: