Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
12 Май 2023, 08:53

Үҙ эшенең оҫтаһы

Зөһрә Фәтхетдинова дүрт тиҫтә йылға яҡын һайлаған һөнәренә тоғро ҡала

Үҙ эшенең оҫтаһы
Үҙ эшенең оҫтаһы

Шәфҡәт туташы табиптың уң ҡулы булып тора. Күп осраҡта уның үҙ вазифаларын оҫта һәм теүәл башҡарыуына ауырыуҙарҙың тиҙерәк һауығыуы бәйле. Был яҙмамда һүҙ хеҙмәттәштәре һәм пациенттарының ышанысын һәм хөрмәтен яулаған Балтас үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлеге шәфҡәт туташы Зөһрә Фәтхетдинова тураһында барасаҡ.

Зөһрә Әнғәм ҡыҙы — үҙ эшенең оҫтаһы. Бына инде дүрт тиҫтә йылға яҡын ул хирургия бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләй. Һәм ошо оҙаҡ йылдар дауамында ул бер урында — Балтас үҙәк район дауаханаһында район халҡы сәләмәтлеге тураһында ҡайғырта.
Маты ауылы ҡыҙы башта урындағы һигеҙ йыллыҡ, артабан Штәнде урта мәктәбен тамамлай. 1983-1985 йылдарҙа Бөрө ҡалаһындағы медицина училищеһында белем ала.
Артабан йәш белгес тыуған районына ҡайтып, үҙәк район дауаханаһында хеҙмәт юлын башлай. Башта ул рентген бүлегендә медицина регистраторы булып эшләй. 1986 йылдан бөгөнгә тиклем хирургия бүлеге шәфҡәт туташы ул. Көн тимәй, төн тимәй, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер ул, ауырығандарҙың күҙ ҡараштарынан уҡ аңлап, үҙенең кәңәштәрен биреп, Гиппократ антына тоғро ҡалып, хеҙмәт итә.
Зөһрә Әнғәм ҡыҙы үҙ һөнәрен ысын күңелдән ярата, башҡа эшкә күсеү тураһындағы уйҙарҙы яҡын да килтермәй. Хеҙмәт урынын икенсе өйөнә тиңләй, хеҙмәттәштәрен һәм пациенттарҙы ла бик яҡын күрә. Һөҙөмтәлә уның үҙен дә барыһы ла ихтирам итә.
Мин үҙ һөнәремде бик яратам һәм бәхетемде бында таптым, тип әйтә алам. Бергә “ҡайнап” эшләгән хеҙмәттәштәремде сикһеҙ хөрмәт итәм. Уларҙың һәр береһе — үҙ эшен еренә еткереп башҡарған, яуаплы, тәжрибәле табиптар, шәфҡәт туташтары. Хеҙмәтемдең ни тиклем яуаплы һәм игелекле булыуына йылдар үткән һайын тәрәнерәк төшөнәм. Һау-сәләмәт һәм рәхмәтле пациенттар — хеҙмәтеңә иң ҙур баһа, — ти ихтирамлы һәм иғтибарлы Зөһрә Фәтхетдинова.
Яҙмам геройы ғаиләһендә өлгөлө әсәй һәм яҡшы тормош иптәше лә. Уның ҡатлаулы һәм тынғыһыҙ эшен хуплап, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙып, кәңәшләшеп йәшәүсе тырыш, аңлаусан тормош иптәше Рәфил Ғәденән улы менән бергә ике бала үҫтергәндәр. Улдары Алмаз һәм ҡыҙҙары Алһыу тормошта үҙ урынын тапҡан.
Маҡтау һүҙҙәренә генә лайыҡ Зөһрә Әнғәм ҡыҙы үҙ эшен күп йылдар буйына яуаплы һәм намыҫлы башҡарғаны өсөн район үҙәк дауаханаһы, район хакимиәте, республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Рәхмәт хаттарына эйә. “Хеҙмәт ветераны” исеменә лә лайыҡ ул. Шулай ҙа уның өсөн иң мөһиме — дауаланыусылары тарафынан ихтирамлы мөнәсәбәт һәм уларҙың иҫән-һау булыуы.
Дүрт тиҫтә йылға яҡын хеҙмәт дәүерендә Зөһрә Әнғәм ҡыҙы медицина өлкәһендәге технологияларҙа ла, дауалауға ҡараштарҙа ла күп үҙгәрештәр күрә. Замана менән бергә атлап, ауырыуҙарҙың шәхси сифаттарын, үҙенсәлектәрен иҫәпкә ала һәм уларға дөрөҫ дауалауҙы тәьмин итергә тырыша.
“Ысын шәфҡәт туташы ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?” — тигән һорауға, ул тәү сиратта яуаплылыҡты, ярҙамсыллыҡты һәм кеше хәсрәтенә битараф булмауҙы атай. “Башҡаларҙың ҡайғыһын, ауыртыныуҙарын бер ваҡытта ла ситләтеп уҙып китә алмайым”, — ти ул. Моғайын, шуға ла райондаштары араһында оло ихтирам ҡаҙанғандыр ул.
Зөһрә Фәтхетдинова әҙәпле, ярҙамсыл кеше, һәр саҡ белем һәм тәжрибәһе менән теләп уртаҡлаша. Халыҡ араһында абруйлы һәм хөрмәткә лайыҡлы булыуы осраҡлы түгел. Һәр ваҡыт иғтибар, сабырлыҡ күрһәтә, яҡшы һүҙен ваҡытында әйтеп, тынысландыра һәм рухландыра белә, — ти хеҙмәттәштәре.
Ғөмүмән, Зөһрә Әнғәм ҡыҙы — хирургия бүлеге коллективының алыштырғыһыҙ белгесе. Уның тәжрибәһе һәм белеме һәр ваҡыт йәштәр өсөн ҡиммәтле, эшенең ни тиклем тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, ярҙамға мохтаж кешегә һәр саҡ булыша. Ҡайғыртыусанлығы, ауырыуҙарға ихласлығы һәм иғтибары шәфҡәт туташын медицина өлкәһендә ысын профессионал итә.


Фирғәт Нәбиуллин.

Балтас районы.

Үҙ эшенең оҫтаһы
Үҙ эшенең оҫтаһы
Автор:
Читайте нас: