Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
4 Апрель 2023, 09:27

Йөрәкте нығыта, бауырҙы таҙарта, холестеринды ҡыуа...

Юғары ҡан баҫымын да төшөрә, әммә ҡайһы бер осраҡта уны күп ашарға ярамай. Кемдәргә?    

Йөрәкте нығыта, бауырҙы таҙарта, холестеринды ҡыуа...
Йөрәкте нығыта, бауырҙы таҙарта, холестеринды ҡыуа...

Был йәшелсә төрлө витаминдарға бай, унда кальций, селен, цинк, магний, фосфор бар. Өҫтәүенә кишер үҙендә тупланған каротин буйынса татлы боростан ғына ҡалыша.

Йәшелсә күҙгә файҙалы. Ул тағы кешегә көс-ҡеүәт бирә, иммунитетты яҡшырта, кальцийға байыта, йөрәк мускулдарын нығыта, бауырҙы таҙарта, холестеринды ҡыуа, ҡан тамырҙарын таҙарта, нервыларҙы тынысландыра. Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына күренгән кишер теш ҡаҙнаһын һәм эмален нығыта, хатта арыуҙы бөтөрә, кәйефте күтәрә.

Кишер – инфекциялар менән көрәшеүҙә организмға булышлыҡ итеүсе бета-керотин байлығы. Шуға белгестәр һәр көн ҡырғыстан үткәрелгән кишер ашарға кәңәш итә. Калийға бай йәшелсәнең һутын даими эскәндә ҡан тамырҙары киңәйә. Тимәк, йөрәккә артыҡ көс төшмәйәсәк. Был ағза өсөн кишерҙә тағы кумарин бар. Ул гипертензияның (юғары ҡан баҫымы) кәмеүенә һәм йөрәк сәләмәтлеген һаҡлауға булышлыҡ итә.

Тик һәр нәмәлә алтын урталыҡ һаҡларға кәрәк, тигән кеүек, кишерҙе ашағанда ла сама белеү зарур. Бигерәк тә йөклө ҡатындарға, гастрит, ашҡаҙанында башҡа сирҙәр булғандарға, аллергия менән йонсоғандарға был йәшелсәне һаҡлыҡ менән ашарға кәрәк.

Фото: 7dach.ru

Автор:Айһылыу Низамова
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2023-04-04/y-r-kte-ny-yta-bauyr-y-ta-arta-holesterindy-yua-3203236
Йөрәкте нығыта, бауырҙы таҙарта, холестеринды ҡыуа...
Йөрәкте нығыта, бауырҙы таҙарта, холестеринды ҡыуа...
Автор:
Читайте нас: