Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
1 Апрель 2023, 10:00

Спорт – уның йәшәү сығанағы

“Башҡарған эшем дә, хоббийым да бер”, — ти тренер Марат Әхмәтшин

Спорт – уның йәшәү сығанағы
Спорт – уның йәшәү сығанағы

Бөрө ҡалаһында мини-футбол буйынса күренекле тренер Марат Флүр улы Әхмәтшинды күптәр яҡшы белә. Ул Башҡортостанда ла, Рәсәйҙә лә танылыу яулаған. Уның етәкселегендәге командалар, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, Мәскәүгә, Сочиға, хатта Лондонға тиклем барып еткән.

Марат Әхмәтшиндың бала сағы Бөрөлә, ул осорҙағы һәр бала кеүек урамда малайҙар менән йүгереп, йәйен футбол уйнап, ҡышын саңғыла йөрөп үтә. Атаһы юғары урындарҙа эшләгәс, иртәнән кискә тиклем өйҙә тормай, ә әсәһе көн буйына тегеү фабрикаһында эштә була. Ғаиләләге өс бала башлыса үҙҙәре донъя көтә. Бөгөн уларҙың һәр береһе юғары белем алып, үҙ донъяларын ҡорған. Апаһы Винера Бөрө дәүләт педагогия институтының инглиз телдәр факультетында белем алып, оҙаҡ йылдар Сибайҙа инглиз теленән уҡыта. Марат үҙе шул уҡ юғары уҡыу йортоноң физика-математика факультетын тамамлай, ҡатыны Роза менән Руслан һәм Азамат исемле улдар үҫтерә. Руслан Бөрө дәүләт кооператив техникумын тамамлаған, ә Азамат – Ырымбур дәүләт медицина университетының 1-се курс студенты.
Ҡустылары Наил Өфө дәүләт авиация институтын һайлай. Ҡулы алтын Наил Флүр улы бөгөн биш бала – өс ул, ике ҡыҙ атаһы. Бөрө ҡалаһында эшҡыуар булараҡ билдәле: умартасылыҡ менән шөғөлләнә, мебель эшләй.
Марат Флүр улы Әхмәтшин 3-сө кластан еңел атлетика менән шөғөлләнә башлай. 6-сы кластан баскетбол түңәрәгенә яҙыла, ориентирлау спорты менән шөғөлләнә, ике йылдан был спорт төрҙәре менән бер рәттән футболға тартыла. Бигерәк тә тренерҙары Николай Сергеевич Горбуновтың йоғонтоһо ныҡ була. Буйы бәләкәй генә булһа ла, сәмсел Марат Әхмәтшин 8-се-10-сы кластарҙа вуз студенттары менән бергә футбол һәм баскетбол командаһы составында уйнай. Мәктәпте тамамлаған йылды авгусҡа тиклем ярыштарҙа ҡатнашып, тура имтиханға бара. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, математиканан “бишле” билдәһе алып, юғары уҡыу йортона уҡырға инеп китә. Биш йыл студент тормошо ла спорт менән айырылғыһыҙ була. Уҡыу йортонан тыш ҡала һәм район командалары менән бергә турнирҙарҙа ҡатнаша.
Ҡулына диплом алған йәш белгесте Благовещен районы мәктәбенә математика уҡытырға ебәрәләр. Тейешле ауылға барып төшөүгә, мәктәп ябылған булып сыға. Район мәғариф етәксеһе йәш егетте ситкә ебәргеһе килмәй, ул ҡаланың 2-се мәктәбенә физкультура уҡытыусыһы булып бара. Ярты йыл эсендә, армияға тиклем, балалар уны яратып өлгөрә, ике йыл ярым буйына хаттар менән аралашыу дауам итә.
Хәрби хеҙмәттә лә спорт менән дуҫ Бөрө егетенә төрлө мөмкинлектәр сығып тора. Үҙенән шәп йүгереүсене белмәгән командир, кроста Мараттың унан алда килеүенә хайран ҡала һәм отпуск тәҡдим итә. Офицерҙарҙан торған футбол командаһына алалар, баскетбол уйнауҙы ла дауам итә. Сержант Әхмәтшин булған ерҙә һәр спорт ярышы башлыса еңеү менән тамамлана. Хатта уға артабан яҡшы карьера үҫеше тәҡдим итеп, ҡалырға өндәйҙәр.
Был ваҡытта инде апаһы кейәүгә сығып, ҡустыһы уҡырға киткәс, үҙҙәре генә ҡалған атай менән әсәйгә терәк булыу уйы, тыуған яғына тартылыу уны Бөрөгә алып ҡайта. Ул йәшәү мәғәнәһенә әйләнгән спорттан башҡа үҙен күҙ алдына ла килтерә алмай һәм ҡаланың 10-сы мәктәбенә физкультура уҡытыусыһы булып урынлаша. Уҡыусылар менән өҫтәмә шөғөлләнеү өсөн ориентирлау буйынса спорт түңәрәге аса. Ирәмәл тауына үрмәләүҙәр, Атыш шарлауығына сәйәхәттәр, Инйәр буйлап ағыу балаларҙың хәтерендә оҙаҡ һаҡлана. Өс йыл да үтмәй, инициативалы йәш белгесте райондың туристик базаһына директор итеп ҡуялар. Ләкин был эштә оҙаҡ эшләргә насип булмай уға. 90-сы йылдарҙағы илдәге үҙгәрештәр, үҙгәртеп ҡороуҙар ойошманы тарҡата. Шуға ла артабан “Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр ижады үҙәгенә бүлек мөдире вазифаһына тәғәйенләнә.
Марат Флүр улы район һәм ҡала йыйылма командалары составында ил буйынса баскетбол, футбол ярыштарына йөрөүен дауам итә. Ҡапҡа һаҡлаусы ла, һөжүм итеүсе лә була. Ләкин 34 йәштә ҡапыл ауырып китеү сәбәпле, ҙур спортҡа кәртә ҡуйыла. Табиптар төрлөсә дауалап ҡарағандан һуң, нейроинфекция ауырыуын билдәләп, инвалидлыҡ юлларға ҡуша. Тик ултырыуҙы күҙ алдына килтерә алмаған егет халыҡ медицинаһына мөрәжәғәт итә, массаждар эшләү һөҙөмтәһендә, яйлап, ҡатып ҡалған ҡулдары хәрәкәт итә башлай. Ошо күңелһеҙ ваҡиғаларҙан һуң Марат Флүр улының тренерлыҡ эшмәкәрлеге башлана.
Марат Әхмәтшин — Бөрө ҡалаһында мини-футболды үҫтергән күренекле тренер. Республикала кескәйҙәрҙән алып үҫмерҙәргә тиклем ярыштар үткәрелеп тора. Һәр турнирға улар етди ҡарай: юғары кимәлдә әҙерләнә, ныҡышмалыҡ күрһәтә. Уйын тамамланыуҙы белдергән һуңғы һыҙғырыу ишетелгәс кенә еңел тын алалар. Ошондай әҙерлек эштәре һөҙөмтәһендә М. Әхмәтшин етәкселегендәге Башҡортостан командаһы беренсе тапҡыр Бөтә Рәсәй ярыштарында алтын миҙал яулай. Хатта Бөрө спортсыларының уйыны “Рәсәйҙә мини футбол” программаһында бөтә илгә күрһәтелә. Тағы бер һөҙөмтә булып Бөрө ҡалаһының балалар йорто тәрбиәләнеүселәренең Рәсәй кимәлендә беренселеккә сығып, Лондон ҡалаһында “Арсенал” клубы уйынсылары менән осрашып ҡайтыуы тора. Иң яҡшы тойғолар ҡалдыра был матч бәләкәстәрҙә.
“Мини футбол - мәктәпкә” проектының башланғысында ла Марат Әхмәтшин тора. Уйында Бөтә Рәсәй финалында триумфаторҙарҙың береһе булып Бөрө ҡалаһының 7-се мәктәбе һанала. Башҡортостанда мини-футбол буйынса ҡатын-ҡыҙҙар командалары барлыҡҡа килеү ҙә ошо проект менән бәйле.
Марат Флүр улының телефоны тынмай. Әле бер, әле икенсе төбәктә ярыштарҙың буласағын хәбәр итеп кенә торалар. Тик һәр турнирҙа ҡатнашыу өсөн финанс ярҙамы ғына тейешле кимәлдә бүленмәй. Һәр осраҡта юл хаҡын, ашау-эсеүҙе ата-әсәләр елкәһенә һалып булмай. Ә улар, үҙ сиратында, оҙон юлға балаларын ышаныслы ҡулға тапшырғандарына һөйөнә. “Беҙҙең тренер үтә ябай, ихтирамлы һәм иғтибарлы, балаларыбыҙҙың атаһы ла, әсәһе лә. Һәр нәмәне үҙе хәстәрләй, бешерә, ашата... Тыныс күңел менән оҙатып ҡалабыҙ”, – ти йәш спортсы үҫтереүсе Галина Сайсанова. Тренерын онотмай шөғөлләнеүселәре. Уның 50, 55 йәшлек матур юбилейына махсус матчтар ойоштороп, күңелле осрашыуҙар менән үткәреүҙе традиция итеп алғандар.
Шулай итеп, Марат Әхмәтшин етәкселегендәге командалар “Күн туп” ярышы еңеүсеһе, Рәсәй беренселеге, "Башҡортостан чемпионы" исемен алған. Бер нисә алтын миҙал хужаһы, республика һәм төбәк ярыштарының баш судьяһының эшмәкәрлеге БР-ҙың һәм РФ-тың бик күп Почет грамоталары, “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы”, “Хеҙмәт ветераны”, ике тапҡыр “Иң яҡшы тренер” исеме менән билдәләнгән. Быйыл күркәм юбилейы — 60 йәше тулыуы уңайынан уға ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, күтәренке рух теләйбеҙ.

 

Ғәлиә Ғәниева.

Бөрө районы.

Спорт – уның йәшәү сығанағы
Спорт – уның йәшәү сығанағы
Спорт – уның йәшәү сығанағы
Спорт – уның йәшәү сығанағы
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: