Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
21 Март 2023, 11:12

Намыҫлы хеҙмәтенә — лайыҡлы баһа

Матвей Байназов “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Намыҫлы хеҙмәтенә — лайыҡлы баһа
Намыҫлы хеҙмәтенә — лайыҡлы баһа

Юғары награданы тантаналы рәүештә һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин тапшырҙы.
Матвей Иманаевич – Бөрө районы медицинаһын үҫтереүгә һәм халыҡты дауалауға ҙур өлөш индергән табип-терапевт. Ул Мишкә районы Оло Сухояз ауылында тыуа. Урындағы мәктәптә һигеҙ йыллыҡ, Сурай ауылында урта белем ала. Мәктәп интернаты тормошо уны көн тәртибенә өйрәтә: иртә тороу, урын йыйыштырыу, дежур булыу, иртә ятыу. Уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр ҙә һәр эшкә яуаплылыҡ тәрбиәләй. Ул үҙе лә ҙур тырышлыҡ менән өйгә эштәрен әҙерләй, үҙ аллы мәсьәләләр сисә, китаптар уҡый. Мәктәпте “бишле” билдәләренә һәм грамота менән тамамлай.
Һалдат Байназов хәрби антты 1975 йылда ҡабул итә. Алыҫ Көнсығыштағы Ҡыҙыл Байраҡлы танк полкында Ханка күле эргәһендәге СССР-ҙың Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итә. Артабанғы хәрби бурысын БДМУ-ның хәрби кафедраһында үтә. Уҡыу йортон медицина хеҙмәтенең лейтенанты исеме менән тамамлай. М. Байназов 25 йылдан ашыу Бөрө районы һәм Бөрө ҡалаһы хәрби комиссариатының хәрби-табип комиссияһында табип-терапевт булып эшләй.
Сәләмәт тормош яҡлы Матвей Иманаевич һәр иртәһен физик күнекмәләр эшләүҙән башлай. Тормошта уның төп фекере: “Үҙеңдән башла. Шәхси миҫалың, хәрәкәтең һәм изге ниәттәрең менән генә әхлаҡи принциптарыңды һәм сифатлы белемеңде киләсәк быуынға һәм тирә-яҡ кешеләргә биреп була”.
Юғары квалификациялы табиптың фиҙаҡәр хеҙмәте тейешле баһаланыуы менән ҡотлайбыҙ!

Ғәлиә Ғәниева.

Бөрө районы.

Намыҫлы хеҙмәтенә — лайыҡлы баһа
Намыҫлы хеҙмәтенә — лайыҡлы баһа
Автор:
Читайте нас: