Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
16 Март , 09:58

Тәмле лә, файҙалы ла

Лимон менән әфлисундан бутҡа ашағанығыҙ бармы? Булмаһа, мотлаҡ әҙерләп ашарға кәрәк. Ул тәмле генә түгел, инсульттан да һаҡлай, ти белгестәр.

Тәмле лә, файҙалы ла
Тәмле лә, файҙалы ла

 Уны әҙерләү өсөн ике лимон, ике әфлисун алырға  һәм таҙа итеп йыуып,  киҫәктәргә ҡырҡырға. Орлоҡтарын алып, ит үткәргестә үткәрергә. Килеп сыҡҡан массаға ике ҡалаҡ бал ҡушып, яҡшы итеп бутарға. Һәм бер тәүлеккә йылы урында ҡалдырырға. Һуңынан быяла банкаға һалып,  һыуытҡыста һаҡларға кәңәш ителә.  Шифалы бутҡаны  көнөнә өс тапҡыр сәйгә ҡушып берәр ҡалаҡ ашарға.   

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-03-15/t-mle-l-fay-aly-la-3177908?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816
Тәмле лә, файҙалы ла
Тәмле лә, файҙалы ла
Автор:
Читайте нас в